Сил ит паспорты - дәүләт порталы аша

Сил ит паспорты - дәүләт порталы аша 23.06.2017

Берҙәм дәуләт порталы республика халҡына яңы хеҙмәт тәҡдим итә. Хәҙер сит ил паспортын  алыу өсөн  оҙон сират тороу  кәрәкмәй. Уны бер мәшәҡәтһеҙ  алырға мөмкин.

Элмира Герасимова  Башҡорт дәүләт университеты студенты, уға 20 йәш.  Яңы  паспорт  алыу өсөн  Эльвира  Дәүләт хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.  Тәүҙә берҙәм дәүләт порталында теркәлә  һәм ғариза яҙа. Ҡыҙ сираттарҙа тормай һәм паспорт өҫтәленә барып ваҡытын сарыф итмәй, әҙер документты барып ала.
Элмира Герасимова: «Мин Өфөлә уҡыйым, үҙем Сорғот ҡалаһынан. 20 йәш тулғас,  паспортымды алыштырыр кәрәк ине. Дәүләт хеҙмәте сайты аша   был документты тиҙ  һәм бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ  алдым. Ғаризаны Өфөлә  электрон рәүештә бирҙем. Ә паспортты Сорғот ҡалаһында тапшырҙылар».
Бланк тултырыу өсөн хәҙер ҡаланың бер осонан икенсе осона бер-нисә тапҡыр барыу кәрәкмәй. Быны өйҙә ултырған килеш башҡарып була, ваҡытыңды ла юғалтмайһың. Шуныһы уңайлы, йомош үтәлгәндән һуң, телефонға,  йә электрон почтаға иҫкәрмә килә. Йәғни, тәҡдим ителгән хеҙмәт үтәлешен кеше үҙе  күҙәтә ала. Был портал аша тиҙ арала шулай уҡ сит ил паспортын да алып була
Айгөл Фазылова: «Сит ил паспортын алыу өсөн Дәүләт хеҙмәте порталына мөрәжәғәт иттем. Был сайт  бик уңайлы. Тәүҙә порталда теркәлдем һәм ҡулланмалар буйынса, кәрәкле юлдарҙы тултырып, документтарҙы теркәНем.  Дәүләт хеҙмәте аша паспортымды бик тиҙ алдым».
Ғаризаны нисек дөрөҫ  яҙыу һәм башҡа бик күп кәңәштәр электрон яҙма аша ла бирелә. Ә әҙер паспортты  Өфө ҡалаһының күп функциялы үҙәгенән барып алаһың.
Роза Маҡаева, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының миграция идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Миграция мәсьәләре буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә дүрт төрлө дәүләт хеҙмәте күрһәтелә. Тәүҙә порталға мөрәжәғәт итеүселәргә 30 процент ташлама бирелә».
Статистика шуны күрһәтә, республика халҡының күбеһе Дәүләт хеҙмәте порталын ыңғай баһалай.  Дәүләт хеҙмәте каталогында өс меңдән ашыу ярҙам тәҡдим ителә.
Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталы сит ил паспорты алырға теләүселәрҙең барыһын да ҡабул итә. Заманса мөмкинлектең уңайлыҡтары һеҙҙең өсөн.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика