Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында урынлашҡан Етенсе гвардияның Ҡыҙыл байраҡ Ырымбур казактары танкистар бригадаһында бөр төркөм Башҡортостан егеттәре лә хеҙмәт итә

Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында урынлашҡан Етенсе гвардияның Ҡыҙыл байраҡ  Ырымбур казактары танкистар бригадаһында бөр төркөм Башҡортостан егеттәре  лә хеҙмәт итә 23.02.2015

Ватанды Һаҡлаусылар көнө уңайынан һалдаттар Рәсәйҙең күренекле спортсыһы, бер нисә тапҡыр Гиннес рекордтар китабына инеүсе Эльбрус Ниғмәтуллин менән осрашты. Бөтә донъяға танылған батыр менән бергә хәрбиҙәр фотоға төштө, яҡындан танышты. Әйткәндәй, был осрашыу һуңғыһы түгел. Байрамда Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә "Ватан батырҙары" проектын тормошҡа ашырҙы. Уның сиктәрендә Эльбрус Ниғмәтуллин бригада һалдаттары менән даими күнекмәләр уҙғарасаҡ. Башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре танкистарҙы башҡорт халҡы мәҙәниәте менән таныштырасаҡ.

Игорь Михайлов, попечителдәр Советы рәйесе: «Гвардеецтарға Эльбрус Ниғмәтуллин миҫалында, физик көстән тыш, рух, ихтыяр көсөнөң дә мөһимлеген күрһәтеү төп маҡсат. Күп милләтле Көньяҡ Уралда Ватанға һөйөү изге бурыс. Яңы проект та һалдаттарҙа илһөйәрлек хисен тәрбиәләр тип ышанабыҙ. Улар һәр саҡ  тыуған илде һаҡларға әҙер булырға тейеш».
Танкистар бригадаһы Ырымбур казактары кавалерия  полкы нигеҙендә ойошторолған. Бында бөгөн дә  Урал казактары йолалары һаҡланып ҡалған. Әйткәндәй, тап улар 1812-се йылғы Ватан һуғышында башҡорт батырҙары менән Парижға тиклем барып етә, ә Бөйөк Ватан һуғышында фашистарға ҡаршы һуғыша. Сыбаркүлдә хәрби бурысын үтәүсе Башҡортостан егеттәрен, бригада командованиеһы юғары баһалай. Бишбүләк районынан Рәмис Шәһниязов әйтеүенсә, башҡорт егеттәре бер-береһенә терәк була белә. Әрме хеҙмәте ауырлыҡтарын бергә еңеп сыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку