Силәбе башҡорттары ҡоролтайға йыйылды 21.07.2014

Күрше өлкә халҡыбыҙҙың аҫаба ерҙәре һанала. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 160 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Ҡоролтайға башҡорттар күпләп йәшәгән һәр райондың делегаттары йыйылды. Күләмле йыйын барышында туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары барланды.

Һәләтле йәштәрҙе республиканың уҡыу йорттарына урынлаштырыу, башҡорт телендә белем биреүсе мәктәптәргә фәнни-методик ярҙам ойоштороу эшен камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Ут күршеләр араһында иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе арттырыуҙы ла делегаттар көнүҙәк мәсьәлә тип иҫәпләй. Тауар әйләнеше артыу менән мәҙәни бәйләнештәр ҙә нығый тигән фекер яңғыраны ултырышта. Залдағыларҙы Башҡортостан етәкселеге исеменән Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова сәләмләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика