Силәбе ҡалаһында дүртенсе башҡорт полкы старшинаһы Аҫылғужа Бакировҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Силәбе ҡалаһында дүртенсе башҡорт полкы старшинаһы Аҫылғужа Бакировҡа мемориаль таҡтаташ асылды 14.10.2014

Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға барып еткән һәм рус ғәскәре башлығы Михаил Кутузовтың хөрмәтенә һәм маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булған полктарҙың береһе була.

Яугирҙың нәҫеле Рафаэль Бакиров әйтеүенсә, мемориаль таҡтаташ ҡуйыу - ул «Төньяҡ амурҙарын» хөрмәт итеү һәм улар менән ғорурланыу. Тантанала йәмәғәтселек, уҡытыусылар һәм дин әһелдәре, шулай уҡ Ҡоншаҡ районының Һары урта мәктәбе кадеттары ҡатнашты. Старшина Аҫылғужа Бакировҡа мемориаль таҡтаташ асыу - ул ҡала өсөн мөһим ваҡиға, тип билдәләнде тантанала. Аҫылғужа Бакиров Башҡортостанда тыуыуына ҡарамаҫтан, Көньяҡ Урал башҡорттарынан йыйылған полкҡа командалыҡ иткән. Сараға йыйылыусылар башҡорт яугирҙарын иҫкә алып доға ҡылды, һуңынан Аҫылғужа Бакировтың мемориаль таҡтаташына сәскә һалды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку