Сифатлы, ышаныслы һәм уңайлы транспорт 15.07.2016

Бөгөн 17 район мәктәбенә Республика Мәғариф министрлығы “ПАЗ”маркалы автобустар тапшырҙы. Белем усағына уҡыусыларҙың ваҡытында дәрескә барып өлгөрөүен, шул уҡ ваҡытта юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим. Транспорт мәсьәләһен хәл итеүгә Башҡортостан хөкүмәте тарафынан йөҙ миллион һум аҡса бүленгән. Һәр автобус 22 уҡыусыға иҫәпләнгән. Транспортҡа 60 мең саҡрым гарантия бирелә. Быйыл мәктәптәргә йәмғеһе 77 автобус тапшырыласаҡ.

Белем усаҡтарына тапшырылған транспорт балалар именлеген тәьмин итеү өсөн барлыҡ талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Мәҫәлән, күтәрмәләге махсус ҡоролма автобусҡа ябылмаған ишектәр менән хәрәкәтте башларға ҡамасаулай - двигателде һүндерә. Шулай уҡ заманса техникаға тахограф, портфелдәр өсөн кәштәләр, тиҙлекте 60 саҡрымға тиклем сикләгән ҡоролма, дүрт нөктәле хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡуйылған. Экологик стандарттарға ярашлы двигателле мәктәп автобустары ЭРА-ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика