Сифатһыҙ торлаҡ өсөн - енәйәт эше

Сифатһыҙ торлаҡ өсөн - енәйәт эше 25.02.2015

Бөгөн  Баймаҡ районы прокуратураһы   етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусыларға йәшәү өсөн яраҡһыҙ йорттар төҙөгән эшҡыуарға  ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.  Хоҡуҡ һағында тороусылар асыҡлауынса, социаль категория өсөн тәғәйенләнгән ике яҡлы 18 ағас йортта йәшәрлек түгел.  Былтыр Баймаҡтағы был йорттарҙың йәшәргә яраҡһыҙлығы хаҡында «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә лә репортаж донъя күргәйне. Бөгөн килеп етемдәрҙең аһ-зарына ҡолаҡ һалыусылар табылды.

2013 йылда торлаҡ асҡысы алып ҡыуанған етем ҡыҙҙың  һөйөнөсө  оҙаҡҡа бармай. Брустан һалынған  ағай өй күҙгә күренеп күгәрә, серей башлай.  Настя әйтеүенсә, йортто елләтеп тә булмай, сөнки тәҙрәләр асылмалы түгел. Йәш әсәнең бәләкәс улы өсөн йәне әрней,  малайҙың ауырыуҙан башы сыҡмай. Өйҙә уңайлыҡтар  бөтөнләй юҡ.
Настяның күршеләрендә лә ошо уҡ хәл, хужалар  йорттарҙы әҙ булһа ла йылытыу өсөн  ишектәрҙе эстән көпләп сыҡҡан. Ҡайһы бер ғаиләләр  мейес сығарған, сөнки  торлаҡты электр уты менән йылытыу  ныҡ ҡиммәткә төшә.
Ул ваҡытта Баймаҡ районы хакимиәте  йорттар гарантияла һәм ремонт үтәкреләсәк тип белдергәйне. Әммә прокуратура органдары был объекттарҙы йәшәргә яраҡһыҙ тип тапты. Хоҡуҡ һағында тороусылар фекеренсә, өйҙәрҙәге етешһеҙлектәр  кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янай.
Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы: «Ике яҡлы 18 ағас өй өсөн төҙөүселәргә   муниципаль контракт буйынса 27 миллион аҡса түләнгән. Эксперттар тикшереүе күрһәтеүенсә,  йорттар сифатһыҙ итеп һалынған, улар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яуап бирмәй.  Бөгөн эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды, уға үҙ эшен яуапһыҙ мөнәсәбәте өсөн закон алдында яуап бирергә тура киләсәк».
Шулай уҡ  был йорттарҙы ҡабул итеүгә юл ҡуйған  хакимиәт  белгестәре эшмәкәрлеге буйынса материалдар республиканың тикшереү комитетына тапшырылған. Хоҡуҡ һағында тороусылар фекеренсә,  ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусыларға һәм етемдәргә торлаҡ өсөн аҡса федераль бюджеттан бүленә һәм ул һөҙөмтәле ҡулланылыға тейеш.  Былай ҙа тормош һынауына дусар булыусылар кәмһетеүгә юл ҡуйырға ярамай.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку