Сифатһыҙ төҙөлөш өсөн халыҡ ыҙа сигергә тейеш түгел

Сифатһыҙ төҙөлөш өсөн халыҡ ыҙа сигергә тейеш түгел 26.02.2015

Борай районы үҙәгендә йәшәүселәр йылдан ашыу сафҡа инергә тейешле бассейн менән һауыҡтырыу үҙәген түҙемһеҙләнеп көтә. Республика бюджеты иҫәбенә төҙөлгән бинала етешһеҙлектәр күп, шуға ла төҙөүсе ойошма уны файҙаланыуға тапшыра алмай. Ләкин объект өсөн яуаплы ойошмалар сәбәпте бер-береһенәнән эҙләй.

Волейбол, баскетбол һәм башҡалар.  Борай урта мәктәбендә уҡыусылар әүҙем спорт менән шөғөлләнә. Ауылда бының өсөн бар уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған - спорт комплексы, саңғы трассаһы асылған. Балалар бигерәк тә спорт мәктәбе нигеҙендә төҙөлә башлаған бассейнды түҙемһеҙләнеп көтә.
Ҡыҙғанысҡа, бассейн ҡасан эшләй башлаясағы әлегә билдәһеҙ.... Объект төҙөлөп бөткән, әммә эстә эшләйһе эштәр күп. Өҫтәүенә, бында күп нәмәне яңынан төҙөкләндерергә кәрәк. Түшәмдән һыу аға, стеналар еүеш, елләтеү ҡоролмалары эшләмәй.
Генераль подрядсы ойошма етәксеһе әйтеүенсә, бинаның проектында күп кенә етешһеҙлектәр бар. Был иң тәүҙә вентиляцияға ҡағыла. Бассейн урынлашҡан бүлмә елләтелмәгәнлектән дым тарта.  Бассейнға һыу ебәрелгәс хәл тағы ла ҡатмарлашыуы - штукатурка ишелеп төшөүе ихтимал. Шуға күрә төҙөүселәр вентиляция проектын яңынан үҙгәртеп ҡорорға кәрәк, тип иҫәпләй.  Ләкин был өҫтәлмә сығымдар талап итә.
Иршат Ихсанов, приборҙар эшләү заводының Башҡортостан вәкиллеге директоры: «Эште проект буйынса алып барабыҙ. Объектта елләтеү ҡоролмалары ҡуйылмаған, уларҙы проект төҙөүселәр бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырған. Шулай ҙа мәсьәләне хәл итеү юлдары бар. План буйынса эш ваҡытында тамамланыр тип күҙаллана».
Ләкин атап үтелгән етешһеҙлектәрҙе проект төҙөүсе предприятие инҡар итә. Проект дәүләт экспертизаһы үткән, бер ниндәй ҙә яңылышлыҡ юҡ. Төҙөлөш барышында подрядсы ойошма проекттан тайпылып, вентиляцияны ҡорғанда хаталар ебәргән. Һөҙөмтәлә  бассейн урынлашҡан бүлмәлә елләтеү ҡоролмаһы аша һауа үтмәй, түшәмдә конденсант барлыҡҡа килә. Проблема  объектта уҙған тикшереү барышында ла ҡаралған. Подрядсы ойошмаға иҫкәрмә яһап, етешһеҙлектәр бөтөрөлөргө тейеш булған.
Валерий Алексеев, Стәрлетамаҡ муниципаль унитар предприятиеһы төҙөлөш заказсыһының проект-смета бюроһы етәксеһе: «Беҙ бер нәмәне лә үҙгәртмәйәсәкбеҙ. Генераль подрядсы проекттан үҙе тайпылған. Етешһеҙлектәрҙе төҙәтеп була. Төҙөлөштә мең сәбәп табырға мөмкин, һәр ваҡыт бер яҡ икенсеһенә япһара. Төҙөүселәр ғәҙәттә  объектты ваҡытында төҙөп бөтөп өлгөрмәҫ борон аҡланыу юлдары эҙләй башлай. Күрәһең, бында ла шулай»...
Александр Маркинцевич, Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының социаль объекттар төҙөлөшө бүлеге етәксеһе: «Был төҙөлөштә ике яҡ та ғәйепле. Проектлаусылар ҙа,, генераль подрядсылар ҙа. Объектта тикшереү уҙғарып торабыҙ. Мартта  бинаның эсе, майҙа тышы эшләнеп бөтөргә тейеш. Өлгөрөргә тейештәр, өлгөрмәйбеҙ тигән һүҙ ҙә булырға тейеш түгел».
Ғәйеп кемдә? Cифатһыҙ төҙөлөш өсөн кем яуап бирергә тейеш? Һуңғы ваҡытта социаль объекттарҙы сифатһыҙ төҙөү ябай күренешкә әйләнеп бара. Ләкин республика башлығы өсөн түгел! Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында Рөстәм Хәмитов яңы төҙөлгән акушерлыҡ корпусын ҡарағас,  башҡарылған эшкә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
2013 йылда ла намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмалары яуаплылыҡҡа тарттырылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөүселәр етешһеҙлектәрҙе үҙ аҡсаһына төҙәтергә мәжбүр булды. Урындағы етәкселек әйтеүенсә, Борай ауылындағы бассейн менән дә шулай буласаҡ. Сөнки төҙөүселәр район халҡын ғына түгел, ә үҙҙәрен дә уңайһыҙ хәлдә ҡуя.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика