Сибай ауылын  көрт баҫҡан 27.01.2016

Уҙған төндө төбәктә көслө ҡар яуған, әммә коммуналь хеҙмәттәр йөкмәтелгән эште ваҡытында башҡарып өлгөрмәгән. Был видеоны урындағы халыҡ беҙҙең ватсапп хәбәрләшеү һандарына ебәргән.

Был урындағы хакимиәт башлығы йәшәгән йортҡа илткән юл. Ул ҡырып, таҙартып ҡуйылған. Ә башҡа биҫтәләргә үтерлек түгел тип зарлана видеояҙма менән бүлешеүселәр. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  идаралығы телефондары кисәнән бирле яуап бирмәй тип белдерә улар.
Беҙҙең шылтыратыу яуапһыҙ ҡалманы. Сибай торлаҡ- коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта үҙәк урамдарҙы таҙартыуы, һуңынан ғына күрше биҫтә һәм ҡасабаларҙағы юлдарға иғтибар бүленеүен билдәләй. «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең ватсапп хәбәрләшеү һандары һеҙҙең өсөн тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Ҡыҙыҡлы хәбәрегеҙ булһа, экранда күренгән һандарҙы йыйып беҙҙең менән бүлешегеҙ. 8 937 300 20 23

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика