Сибайҙа Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнәзирә Хәйруллинаның яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте 18.10.2014

Гөлнәзирә Дәүләтбай ҡыҙы Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында  уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. Ғилемгә ынтылған ҡыҙ тәүҙә  Сибай педагогия колледжын, һуңынан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Гөлнәзирә Хәйруллина хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай,  артабан яҙмыш еле йәш уҡытыусыны Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбенә алып килә. Ул үҙен һөнәренең оҫтаһы итеп таныта. Халҡы, тыуған теле өсөн янып йәшәгән һәм эшләгән педагог   профессиональ кимәлен   ҡала, республика кимәлендәге конкурстарҙа ла иҫбатлай.  Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған 58  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы араһында  тап Гөлнәзирә Дәүләтбай ҡыҙы Гран-приға лайыҡ була.  Талантлы педагог һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр юлында була, яңы педагогик алымдарҙы  йылдар  дауамыда тупланған тәжрибә менән берләштереп эшләй. Ҡыҙғанысҡа, Гөлнәзирә Хәйруллинаның ғүмере бик иртә, 40 йәшкә лә етмәҫ борон өҙөлә.  Кешенең ғүмере йәшәлгән йылдар менән түгел, башҡарылған эштәре менән баһалана, ти  оҫта педагог хаҡында хеҙмәттәштәре.
Сараға  Гөлнәзирә Хәйруллинаның туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре саҡырылды.  Хәтер кисәһенә килеүселәр Гөлнәзирә Дәүләтбай ҡыҙын  бер минут тынлыҡ менә иҫкә алды. Ошонда уҡ  оҫта педагогтың тормош һәм хеҙмәт юлына арналған  күргәҙмә лә әҙерләнгәйне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика