Сибайҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика марафоны сиктәрендә Мәңгелек ут капсулаһын тапшырыу тантанаһы үтте

Сибайҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика марафоны сиктәрендә Мәңгелек ут капсулаһын тапшырыу тантанаһы үтте 18.03.2015

Акция 2 февралдә Өфөнөң «Еңеү» паркында старт алғайны. Был датаның һайланыуы осраҡлы түгел, 72 йыл элек тап ошо көндә Сталинград алышы башланған. Мәңгелек ут капсулаһын республиканың 15 муниципаль районы ҡабул итәсәк.  Сибайға мәңгелек ут сатҡыһы Йылайыр районынан килде. Ҡаланың Мемориаль комплексы янына ветерандар, ҡала халҡы, кадет корпустары уҡыусылары йыйылды. Тантанала Еңеү уты Дыуан һәм Баймаҡ районы вәкилдәренә тапшырылды.

Сараға йыйылыусылар һуғыш ҡорбандарын бер минтут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм яу ҡырҙарында ятып ҡалған яҡташтар иҫтәлегенә асылған мемориалға сәскәләр һалды. Артабан осрашыу Сибай филармонияһында дауам итте. Сәхнәлә Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы вәкилдәре «Еңеү салюты» республика конкурсына әҙерләнгән программалары менән сығыш яһаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку