Рәсәйҙә билдәһеҙ һалдат көнө барлыҡҡа килеүе ихтимал

 Рәсәйҙә билдәһеҙ һалдат көнө  барлыҡҡа килеүе ихтимал 04.11.2014

Федерация Советы тарихи датаны  билдәләү хаҡындағы законды хупланы.

Билдәһеҙ һалдат көнөн  3 декабрҙә үткәреү ҡарала. Бөйөк Ватан һуғышында еңеү өсөн ил халҡына үтә юғары хаҡ түләргә тура килә. Меңдәрсә һалдат сит ерҙәрҙә ятып ҡала,  уларҙың күбеһенең ерләнгән урындары  бөгөнгәсә билдәһеҙ, был ғаиләләрҙә бары тик хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙҙар ғына һаҡлана.  Яңы тарихи дата яу ҡырында һәләк булған совет һалдаттарының яҡты иҫтәлеген, батырлығын  мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был документ  ҡануни көскә эйә булһын өсөн уны Рәсәй Президентының  хуплауы мотлаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку