Штукатуркаһы ярылып бөткән түшәм, һалҡын иҙән, шыҡһыҙ бүлмәләрҙә һыу һәм йылылыҡ хаҡында хыял итәһе лә түгел

Штукатуркаһы ярылып бөткән түшәм, һалҡын иҙән, шыҡһыҙ бүлмәләрҙә һыу һәм йылылыҡ хаҡында хыял итәһе лә түгел 23.03.2015

Өфөнөң Сеченов урамының был йортонда йәшәүселәр беҙҙе ҡасан уңайлы йылы фатирҙарға күсерерҙәр икән ,тип өмөтләнә. Бында көн итеүселәр йәшәр өсөн шарттар булмауына зарлана.

Иртән тороуға бүлмәләр һыуына. Әлифә Хәзиева алтмыш йыл элек киҫелгән бүрәнәләрҙән төҙөлгән йорт эсендә күпме генә яҡһаң да  йылы тормай ,тип зарлана. Һикһәнде ваҡлаған ханым йыш ҡына тын юлдарының өҙлөгөүен, балаларҙың сирләүен   йәшәргә уңайлы шарттар булмауы менән аңлата. Уның бары тик бер яҡты хыялы бар - ҡалған ғүмерен бөтә уңайлыҡтары булған  шарттарҙа үткәреү.
Өйлө кеше көйлө кеше, тигән әйтем бында йәшәүселәргә бөтөнләй тап килмәй. Йортҡа һалҡын һыу, газ торбалары үткәрелмәгән. Халыҡ эсәр һәм тотонор һыуға ихтыяжын урам буйындағы колонкаларҙан ташып ҡәнәғәтләндерә.
Сеченов урамында барактарҙа йәшәүсе кешеләр һыуҙы юл аша урынлашҡан колонкаларҙан ташый. Һыу менән ҡулланған өсөн кеше башынан илле һум аҡса йыйыла. Әммә бындағы колонка менән юлаусылыр ҙа, машина йыуыусылыр ҙа иркен ҡуллана, ти халыҡ. Һыу баҫымы көслө булмағас, ошо тотҡаға ныҡлап баҫып трорға тура килә.
«Башинвестдом» компанияһы был йорт йәнәшәһендә ошо мөһәбәт бинаны төҙөп ҡуйған. Әммә вәғәҙә ителгән фатирҙарға бында йәшәүселәр күсмәгән. Улар күршеләрендә йәшәүсе  йылы, иркен фатир хужаларына көнләшеп тә ҡуя.
Хоҡуҡтарын даулаусы халыҡ ғаризалар  менән торлаҡ-коммуналь хужалығына,  ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итә. Был йорт ун өс йыл элек авариялы, тип таныла. Комиссияның һуңғы ҡарары ла бина һүтелергә тейеш, тигән фекерҙе яҡлай. Ҡала хакимиәте был проблема хаҡында хәбәрҙар. Улар ҙа мәсьәләне тиҙәрәк хәл ителеү яғында.  Мэрия вәкиле: «Башинвестдом» компанияһы был йорт биләмәһендә ер аҫты парковкаһы төҙөргә тейеш ине, әммә ул ауыр хәлдә ҡалыу сәбәпле, был планын тормошҡа ашыра алманы,тип белдерҙе.
Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәте вәкиле: «Был йорттар һүтелеп, кешеләрҙе башҡа ергә күсереү мәсьәләһе ентекле өйрәнелә.  Компания әҙерләгән проекттарҙа был урында  килеп сыҡҡан хәл тикшерелә һәм фатир хужаларының яҙмышы буйынса ниндәй ҙә булһа ҡарар күреләсәк».
Ҡала хакимиәтендә авариялы  йортто һүтеп, уның урынына ер аҫты парковкаһы төҙөүҙең аныҡ ҡына ваҡытын әйтмәһәләр ҙә ,йәшәү шарттары еңелдән булмаған кешеләргә ярҙам итергә вәғәҙә итәләр. Быуат саңы һеңгән йорт нигеҙе тағы нисә быуынды һыйындырыр икән.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку