ШОС һәм БРИКС саммиттарының халыҡ-ара матбуғат үҙәге донъяның төрлө илдәренән киләсәк меңәрләгән журналисты ҡабул итергә әҙерләнә

ШОС һәм БРИКС саммиттарының халыҡ-ара матбуғат үҙәге донъяның төрлө илдәренән киләсәк меңәрләгән журналисты ҡабул итергә әҙерләнә 06.07.2015

Дөйөм майҙаны 6 мең квадрат метрҙан ашҡан үҙәктә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн компьютерҙар менән йыһазландырылған 250 эш урыны булдырылған.  Улар өсөн шулай уҡ павильондарҙың береһендә  материал әҙерләгәндә файҙаланыу өсөн  баш ҡала, сәнәғәт, төбәктең инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәттәре тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән.

Бынан тыш, үҙәктә техник бүлмә һәм медпункт, асыҡ һауала эшлекле һөйләшеүҙәр өсөн ял зонаһы, хатта мөмкинлектәре сикләнгән журналистар өсөн айырым шарттар ҡаралған.  Тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк матбуғат үҙәгендә коллегаларыбыҙ өсөн бушлай туҡландырыу ҙа  ойошторола. Бер һүҙ менән әйткәндә, матбуғат үҙәге халыҡ-ара талаптарға тулыһынса яуап бирә.   Саммиттарҙы яҡтыртыуға әлегә 1 700 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың өстән бер өлөшө сит ил вәкилдәре. Бөгөнгә 700-гә яҡын хәбәрсе аккредитация алған да инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку