Шос һәм Брикс саммиттарында сит ил ҡунаҡтары өсөн башҡорт, рус һәм башҡа халыҡтарҙың милли бейеүҙәре ҡуйыласаҡ

Шос һәм Брикс саммиттарында сит ил ҡунаҡтары өсөн башҡорт, рус  һәм башҡа халыҡтарҙың милли бейеүҙәре ҡуйыласаҡ 22.01.2015

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡытай һәм ҡырғыҙ милләттәренең йолаларын күрһәтһә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижади коллективтары тажик һәм ҡаҙаҡ бейеүҙәрен башҡарасаҡ. Бынан тыш, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Ҡаҙағстан, Тажикстан илдәре уҡыу йорттары араһында студенттар менән алмашыу программалары ла  уңышлы эшләп килә.

Стәрлетамаҡ бейеү театры артистары тажик бейеүен өйрәнә. Был милләт халҡында ислам йолаһы буйынса ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар бергә бейергә тейеш түгел. Шуға ла  тамашала филармонияның гүзәл заттары ғына ҡатнаша.
Эльвира Дауытова, бейеүсе: «Көнсығыш сәнғәте- бигерәк нескә. Беҙҙең ҡайһы бер хәрәкәттәр тап килһә лә, уларҙың бейеүҙәрендә ҡулдар һығылмалы булырға тейеш. Матур бейеү килеп сығыр тип өмөтләнәбеҙ».
«Ҡояшҡай» балалар театры студияһы ла Шос һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнә. Улар ҡаҙаҡ халҡы йолаларын тәҡдим итәсәк. Стәрлетамаҡ солистарына был бейеүҙәрҙе өс көн дауамында Төркиәнән килгән балетмейстер Арман Нурмөхөмәтулы ҡуйған. Сәнғәт оҫтаһының алдында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республиканың ижади коллективтарын сит ил халыҡтарының хореографияһы менән  таныштырыу маҡсаты тора.
Арман Нурмөхәмәтулы, балетмейстер: «Башта хәрәкәттәрҙе нисек дөрөҫ башҡарырға кәрәклеген өйрәтәбеҙ. Артистар музыканы тойорға тейеш. Әгәр ҙә улар ошо моңдо ишетһә, башҡа милләтең бейеүен дә һә тигәнсе бейей аласаҡ».
Сит ил халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә яҡындан танышырлыҡ мөмкинлек бар. Был йәһәттән республикала  студенттар менән алмашыу программалары уңышлы эшләй. Әйтәйек, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алыусылар Ҡаҙағстан, Тажикистан, Ҡытай һәм Ҡырғыҙстан илдәрендә уҡыуын дауам итә ала,  төрлө стажировкаларҙа ҡатнаша.  
Шулай уҡ был университетта ҡаҙаҡ,тажик йәштәре лә белем ала. Уларҙың күбеһе башҡорт филологияһы факультетына магистратураға уҡырға килгән.
Йәнгөл Ҡаланиязова иһә Өфөлә үтәсәк саммиттарҙың мөһимлеген яҡшы аңлай. Был сара Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында бәйләнеш ептәрен тағы ла нығытасаҡ, ти ул.
Уҡыу йорттары өсөн ШОС һәм БРИКС саммиттары мөһим ваҡиға. Республика иҡтисадында ғына түгел, мәғариф өлкәһендә лә етди үҙгәрештәр - күтәрелеш осоро булыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика