ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә урынлашҡан кафе-ресторандар башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары менән байыны

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә урынлашҡан кафе-ресторандар башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары менән байыны 06.07.2015

Баш ҡала халҡы был үҙгәрештәргә сикһеҙ шат. Сит ил ҡунаҡтары бишбармаҡ, сәк-сәк, ҡымыҙ тәмләп ҡарай ала.

Волонтерҙар Ҡытай журналистарын сәләмләй. Сит илдең үҙәк телевидениеһынан ғына ҡырҡҡа яҡын кеше ШОС һәм БРИКС саммиттары хаҡында яҡташтарына хәбәр итеп торасаҡ. Сит ил вәкилдәре Башҡортостанда тәүге тапҡыр. Эш графигы тығыҙ булһа ла, Өфө буйлап сәйәхәт итергә,  башҡорт балын, ҡымыҙын тәмләп ҡарарға иҫәп тота улар.  
Лонг Во, Ҡытай үҙәк телевидениеһы хәбәрсеһе: «Пекиндан Мәскәүгә тиклем, унан Өфөгә самолетта килдек. Арыманыҡ. Ҡала бик матур, таҙа. Иҫтәлекле урындарҙы ла ҡарарға ниәтләйбеҙ».  
Саммиттар ваҡытында Рәсәй, сит ил вәкилдәре ҡунаҡханаларҙа тора. Волонтерҙар төркөмө уларҙы ҡаршы алырға,  һорауҙарына яуап бирергә, шулай уҡ баш ҡала картаһы менән таныштырырға бурыслы.
Саммиттар ваҡытында ирекмәндәр көнөнә 8-әр сәғәт эшләй. Уларға айырым туҡланыу ҙа ойошторола.
Төшкө аштан тыш, һәр волонтерға ҡоро паек бирелә. Ял минуттарында тәғәйен урында тиҙ генә тамаҡ та ялғарға мөмкин. Төргәктәге аҙыҡтар юғары калориялы һәм туҡлыҡлы.
Эльвира Ямалова, волонтерҙар үҙәге координаторы: «Баш ҡалаға килгән ҡунаҡтар өсөн  кафе-ресторандар башҡорт менюһын тәҡдим итә. Милли аш-һыуҙан тиҫтәгә яҡын төр ризыҡ һайланған. Улар заманса бер аҙ үҙгәртелгән дә».
Ресторандарҙың береһендә ҡуллама һарыҡ итенән әҙерләнә. Һалмалы аш  яҡынса 400 һумға барып баҫа. Ит ҙур өлөштәрҙә һалына. Ул ҡорот менән бирелә.  
Сәйгә ҡуҙғалаҡ бәлеше, ҡош теле алырға була. Һуңғыһын оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй. Ҡамыр һәр ваҡыт әҙер. Ике-өс минут эсендә бешеп тә өлгөрә.
Киләһе кафела ағас, быяла, пластик сувенир һауыттарҙа башҡорт балы продукцияһы һатыла ине. Сит ил ҡунаҡтары донъяға билдәле татлы ризыҡтан, әлбиттә, баш тартмаҫ. Бынан тыш, күстәнәскә сәк-сәк тә алырға мөмкин.
Бигерәк тә, бишбармаҡҡа ихтыяж юғары. Милли аҙыҡҡа төшкө аш ваҡытында заказдар күп була. Ит, һөт аҙыҡтары ассортименты ла бай. Ҡаҙылыҡ тәмләп ҡарау ғына үҙе ни тора! Сәй ҙә хуш еҫле.  Башҡортостандың шифалы үләндәренән  бешерелгән сәй кафе менюһына саммиттар алдынан индерелә.
Башҡорт менюһы даими яңыртылып торасаҡ. Әлегә Рәсәй төбәктәре, сит ил ҡунаҡтары ресторандарҙа өҫтәлдәргә  бронь ҡалдыра башлаған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика