ШОС һәм БРИКС мираҫы

ШОС һәм БРИКС мираҫы 07.07.2015

Рәсәй почтаһы  халыҡ-ара саммиттарға арналған конверттар һәм маркалар серияһы әҙерләгән. Улар бөгөн Өфө почтамтында күрһәтелде.

Ошонда уҡ юбилей конверттарға махсус мисәт һуғыу тантанаһы ойошторолдо. Был конверттар тик бер көн генә ғәмәлдә,  шуға ла улар уникаль һанала. Сара тиҫтәләгән коллекционерҙы йәлеп итте. Филателистар ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналған махсус конверт һәм маркалар серияһына эйә булыу улар өсөн бик әһәмиәтле тип белдерә.
Ә бына социаль технологиялар институты студенттары саммиттарға арнап йыр яҙған. Ул рэп стилендә.Текст авторы Булат Хәсәнов бер нисә иптәше менән шиғырҙарын көйгә һалған. Егеттәр йырға  клип та төшөргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку