ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына егерме өс көн генә ваҡыт ҡалды

ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына егерме өс көн генә ваҡыт ҡалды 15.06.2015

Башҡортостанға беренсе тапҡыр меңдән ашыу сит ил ҡунаҡтары килә. Улар араһында дәүләт етәкселәре, эшҡыуарҙар, журналистар... Шул тиклем күп халыҡты Өфө ҡаршыларға әҙерме, улар беҙҙең ҡала шарттарында  үҙен уңайлы итеп тойормо?

Һигеҙ  сит илдән ун меңдән ашыу кеше... ШОС һәм БРИКС саммиттарын ҡаршы алырға айҙан  да кәм ваҡыт ҡалып бара. Өфөләр тәржемәсеһеҙ сит ил граждандарын аңлап, ярҙам итә аламы. Бындай экспериментта рус телен һыу кеүек эскән һәм тикшереү барышында тик инглизсә һөйләшкән Һиндостан студенты Никиль ҡатнашты.
Тәүге нөктә-Өфө аэропорты. Реконструкциянан  терминал дүрт тапҡыр һөҙөмтәлерәк эшләй. Бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең  инглиз телендә һөйләшеү буйынса проблемалары булмай сыҡты: мәғлүмәт бүлегендә инглиз телендә аралашҡан студентҡа кире осор өсөн ҡайһы кассаға барырға кәрәклеге төплө итеп аңлатылды. Эске рейстарҙағы кассала иһә Никилде көскә аңланылар, самолеттың нисәлә осҡанын ҡағыҙға яҙып бирҙеләр. Ҡунаҡханаға машина саҡыртыу еңелдән булманы, таксист ни бары юл хаҡы күпме тигән һорауҙы ғына аңлай булып сыҡты.
Хеҙмәттәр күрһәтеү, ҡунаҡханаға урынлашыу һәм хаҡтар тураһында саф инлизсә аңлатылды. Ресепшендағы бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә инглизсә яҡшы белә икән. Һуңынан сит ил ҡунағы  яҡында урынлашҡан ресторанға төшкө ашҡа юлланды. Меню тик  рус телендә генә булып сыҡты. Ресторанға килеүсене хеҙмәтләндереүселәр аңлай алманы, бары бер аҙ инглизсә һөйләшкән официант ҡына ярҙамға килде. Ун биш минуттан һуң ғына сит ил гражданынан заказ ҡабул ителде.
Киләһе пункт - ҡала дауаханаһы. Никил унда  ҡапыл эс ауыртыуына түҙә алмай мөрәжәғәт итә.  Ҡабул итеү бүлегендә - сит ил гражданины - бөтәһен дә аптырата.
Бер кем дә  ярҙам итә алмағас, уны күрше кабинетҡа оҙаттылар.
Дауаханала тейешле ярҙам алмағас, беҙ ҡала ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт иттек. Телефондан сит ил телендә һөйләшкән кешене ишетеү менән, уны инглизсә аралашҡан хеҙмәткәр менән тоташтырҙылар.
Буласаҡ саммиттарға ҡунаҡтар тәржемәсеһеҙ киләсәк. Был яуаплы сараға  махсус әҙерлекле  500 ирекмән йәлеп ителәсәк. Әммә улар көсө менән генә ун меңдән ашыу халыҡты оҙатып йөрөп өлгөрөп булмаясаҡ. Бөгөн бөтә өлкәлә лә инглиз телен белеү төп шарт булып тора. Әммә сит ил гражданины ярҙамында үткәрелгән бөгөнгө һынау был өлкәлә етешһеҙлектәр барлығын күрһәтте.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку