ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитына әҙерләнгән объекттар төҙөлөшө планға ярашлы башҡарыла

ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитына әҙерләнгән объекттар төҙөлөшө планға ярашлы башҡарыла 09.08.2014

Рөстәм Хәмитов эштәр барышы менән яҡындан танышты. Баш ҡалала күләмле форумға биш ҡунаҡхана һәм бер нисә мәҙәниәт учреждениелары әҙерләнә. Һуңғылары  ҡунаҡханаларҙан айырмалы ремонтлана  ғына. Уларҙың билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрөүенә шик юҡ, әммә башҡа объекттар төҙөлөшөн һүлпәнәйтергә ярамай, тине Рөстәм Хәмитов.

Баш ҡаланың Октябрҙың 50 йыллығы урамындағы «Хилтон» ҡунаҡханаһы тотош донъяла танылған бренд аҫтында төҙөлә. Уның архитектур йөҙө, хеҙмәтләндереү мөмкинлектәре - бренд хужалары талабы. Донъяуи исем булыуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Хәмитов ҡунаҡхананың архитектураһын баш ҡала йөҙөнә тура килмәүен белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, ҡунаҡхана сираттағы быялалы кирбес кенә булмаҡсы.
Ҡунаҡхананың ҡоролошон үҙгәртеүе һуң инде. Төҙөлөш эштәрен улар киләһе йылдың мартына тамамларға иҫәп тоталар. Хәлде бинаның алғы йөҙөн генә төрлө төҫтәр, йәки материалдар ҡулланып йәмләндереү мөмкин, ти төҙөүселәр. Республика етәксеһе ҡунаҡхана хуш китерлек булмаһа ла, иғтибарҙы алып торорлоҡ булырға тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы. «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы ла әле яңырыу осоро кисерә. Элекке бина яңыртылып, эргәһенә төкөтмә төҙөлә. Ҡунаҡхананың тарихи йөҙө үҙгәрмәйәсәк. Ә бына яңы корпус күләмле форумдар үткәреү һәм сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итерҙәй бар уңайлыҡтар менән йыһазландырыласаҡ.
Тағы бер ҡунаҡхана Өфөнөң Ленин урамында төҙөлә. «Холидай» исемле отель иң ҙуры булмаҡсы. Бында шулай уҡ бизнес үҙәктәр, кәңәшмә залдары, ер аҫты парковкаһы төҙөлә. Рөстәм Хәмитов саммитҡа әҙерлекте һүлпәнәйтмәҫкә һәм объекттарҙы ваҡытында тапшырыу бурысы ҡуйҙы.
Мәҙәниәт учреждениеларында ла эштәр йылдам бара. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында бәләкәй зал әҙер тиерлек. Рөстәм Хәмитов уның акустикаһы менән ҡыҙыҡһынды.
«Башҡортостан»  концерт залы тип үҙгәртеләсәк мәҙәниәт  һарайында сентябргә үк тамаша билдәләнгән. Ләкин был ваҡытҡа төҙөлөштөң тамамланыуы икеле. Шулай ҙа ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына ул тулыһынса әҙер буласаҡ, тип ышандыра төҙөүселәр. Ошондай уҡ үҙгәреш опера һәм балет театрында ла бара. Бында биҙәлеш эштәренән тыш, тамаша залын, оркестр ултырған ерҙе, сәхнәне үҙгәртеп ҡорасаҡтар. Улар күсереп йөрөмәле ҡоролмалар менән йыһазландырыла. Театрҙың һыйҙырышлығы ла күпкә артасаҡ.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку