ШОС илдәре эҙәрмәндәре берләште! 11.07.2015

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Йәштәр советының матбуғат конференцияһында  республикала тормошҡа ашырылған «Хәтер һәм ғорурлыҡ быуындар йөрәгендә» проекты юғары баһаланды. Башҡортостан эҙәрмәндәре, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары сит ил делегацияларын  Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләүҙә халыҡ-ара дөйөм эш алып барырға саҡырып, «ШОС - хәтер биләмәһе» проекты менән таныштырҙы. Бер ай элек кенә республика эҙәрмәндәре Ырымбурҙа  илле һалдат ҡәберлеген тапҡан. Хәбәрһеҙ юғалған был яугирҙарҙың Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандан булыуы асыҡланған.

Илдар Бикбаев, Башҡортостан эҙәрмәндәр отряды төбәк йәмәғәт фонды етәксеһе: «Башта Үзбәкстан буйынса мәғлүмәттәр таптыҡ, артабан Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡытай һалдаттары хаҡында ла хәбәрҙәр килде. Был эштә әлегә системалы етешһеҙлектәр күрәбеҙ. Шуға ШОС илдәре менән көстәрҙе берләштереү тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Был, тәү сиратта, табылған һалдат ҡәберлектәре хаҡында туғандарына тиҙ арала хәбәр итеү мөмкинлеген асасаҡ».
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрhеҙ юғалғандарҙың яҙмыштарын асыҡлау, ҡәберҙәрен табыу буйынса әүҙем эш алып барыла, махсус база ла тупланған. Сит ил вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашыу, бергәләп эшләү яҡлы. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек - билдәһеҙ һалдаттар хаҡында мәғлүмәттәр туплау эшен яйға һалыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика