Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында йәшәүселәр тимер юл идаралығы менән көрәшә

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында йәшәүселәр тимер юл идаралығы менән көрәшә 04.09.2014

Йылдар буйы ауыл уртаһынан үткән рельстар аша сығыу урыны юҡ, балалар ҙа, ололар ҙа хәүефкә ҡарап тормай, юлда торған вагондар аҫтынан йөрөргә мәжбүр. Ошо сәбәпле, поезд тәгәрмәстәре аҫтына эләгеп зәғиф ҡалыусылар ҙа, һәләк булыусылар ҙа байтаҡ. ӘммәТимер юлдар идаралығы ауылда махсус үткәүел төҙөүҙең кәрәге юҡ тип бара.

Тимер юл Шөңгәккүлде ике өлөшкә бүлә. Ҙурыраҡ яҡта мәктәп, магазиндар, дауахана һәм башҡа социаль объекттар урынлашҡан. Икенсеһендә ике урам халыҡ йәшәй. Улар көн һайын тимер юл  аша сығып йөрөргә мәжбүр. Шулай ҙа бында хәүефһеҙ сығыу урыны ҡаралмаған. Өҫтәүенә, йөк составтары оҙаҡҡа туҡтай. Кешеләр вагон аҫтынан үтергә мәжбүр.  
Ауыл мәктәбендә белем алыусы 300 уҡыусының 24-е көн һайын дәрескә тимер юлы аша сығып йөрөй. Бының ни тиклем хәүефле икәнен ата-әсәләр ҙә, белем усағы етәкселеге лә яҡшы аңлай. Тик ни эшләйһең, урау юл ике саҡрымдан ашып китә, ти халыҡ.
Аяуһыҙ тимер юлы йыл һайын кемделер ғәрипләй, йә бөтөнләй һәләк итә. Күптәр аяҡһыҙ ҡалған. Халыҡ туҡталҡала торған вагон аҫтынан сыҡҡанда йыш ҡына икенсе яҡтан килгән поезды абайламай ҡала, йәштәр бәлки ялтанып өлгөрөр ҙә, ә бына оло йәштәгеләр тик мөғжизәгә генә өмөт итә.
Ауыл халҡа ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй, тик бер ҙә ыңғай яуап ала алмай. Һылтауҙар төрлө: станция аша, имеш, поездар әҙ йөрөй,  оҙаҡ туҡталмай һәм башҡа сәбәптәр...
Халыҡтың мөрәжәғәтенә Куйбышев тимер юлы Шөңгәккүл ауылында рельстар аша сығыу өсөн ике махсус урын бар тип яуап ҡайтара. Тәүгеһе ауыл осондағы автомобилдәр сығыу урыны булһа, икенсеһе ағас баҫма, күрәһең. Тик был ҡоролманы бер ҙә хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Был урында юғары тиҙлек менән үтеүсе поездарҙан ул бер нисек тә һаҡлай алмаясаҡ. Өҫтәүенә, ағас һуҡмаҡ юлдың яртыһында өҙөлә.
Автомобилдәр өсөн сығыу урыны ла халыҡ йөрөү өсөн яраҡлаштырылған тип әйтеп булмай. Бында  йәйәүлеләр ғүмеренә машина аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай. Ни сәбәп менән Рәсәй тимер юлдары ауыл халҡы өсөн рельстар аша хәүефһеҙ юл асмай тигән һорау менән беҙ Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан бүлегенә мөрәжәғәт иттек.
Был хәл инде ун йылға дауам иткәнгә күрә ауыл халҡы ҡасан да булһа тимер юл аша үткәүел барлыҡҡа киләсәгенә ышанмай ҙа инде. Кешеләр хафа менән ҡышты көтә, ҡар йырып вагон аҫтынан үтеүе тағы ла ауырыраҡ. Ҡояш та иртә байый. Тимәк, әлегә бәләнән  бәхетле осраҡтың  аралауына ғына ышанырға ҡала, күрәһең.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку