Шишмә районының Ҡалмаш ауылында мәсет сафҡа инә

Шишмә районының Ҡалмаш ауылында мәсет сафҡа инә 30.10.2014

Иман йорто күмәк көс менән һалынған. Манараһын Зәйнуллиндар ғаиләһе төҙөгән. Был изге эшкә  улар ҙур юғалтыу кисергәндән һуң тотона.

Ҡалмаш ауылын йәмләп  аҙан  тауышы  яңғырай.  Мәсеттең манараһы яңыраҡ күтәрелгән. Иман йортон һалыуҙа кем күпме булдыра ала, бөтәһе лә ярҙам иткән.
Әлегә рәсми асылмаһа ла диндарҙар бында намаҙға йыйыла. Изге йортҡа манара ҡуйыуҙы Зәйнуллиндар ғаиләһе  үҙ өҫтөнә алған. Февралдә улар  берҙән-бер ҡыҙын юғалта. 22 йәшлек Лиана Зәйнуллина юғары уҡыу йортон тамамлап бер ай ғына эшләп өлгөрә. Аяғында ауыртыу һиҙгәндән һуң ярты йыллап ваҡыт үтеүгә табиптар уға яман шеш диагнозы ҡуя. Өсөнсө стадияһына еткән ҡурҡыныс сирҙән уны аралап алып ҡала алмайҙар. Ғаилә ҡыҙына сит илдә  дауаланыу өсөн аҡса туплай. Беҙҙең каналда уның хаҡында яҙма сыҡҡандан һуң, смс-хәбәрҙәр менән дә халыҡ ярҙам итә. Тик Германияға барырға ике көн ҡалғас, Лиана мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Манараны  ғаилә башлығы  улы Руслан менән биш ай буйы төҙөгән. Материалдарҙы Зәйнуллиндар  үҙ аҡсаһына һатып алған. Манара күтәрелгәс, ҡыҙҙың  рухына  бағышлап ҡорбан салдырғандар. Әле иман йортона исем һайлайҙар. Төрлө тәҡдимдәр бар.
Бала ҡайғыһынан да ауырыраҡ хәсрәт юҡтыр донъяла. Йәшәргә һәм эшләргә, донъя көтөргә хыялы ҙур ине ҡыҙыбыҙҙың, тиҙәр. Лиана  Ҡалмашҡа өләсәһенә ҡайтып йөрөгән. Уны  ауыл зыяратында ерләгәндәр. Мәсетте төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙән йән тыныслығы, сабырлыҡ  алабыҙ, тиҙәр уның яҡындары.    
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку