Шишмә районында малярҙар көс һынашты

Шишмә районында малярҙар көс һынашты 28.06.2016

Һөнөри оҫталыҡ конкурсы матур йолаға әйләнеп бара.

Быйыл бәйгелә 7 ойошма  эшселәре һынау тотто. Конкурс дүрт йүнәлеш буйынса ойошторола. Ташсылар яңы төҙөлә башлаған  йорттарҙа оҫталығын тикшерһә, штукатурҙар, малярҙар, плитка йәбештереүселәр  һынауҙы һалынып бөткән  өйҙәрҙә тапшырҙы. Конкурста йыл һайын ҡатнашыусылар ҙа байтаҡ. Улар фекеренсә, төҙөлөш тармағы ла бер урында тормай, яңы эш алымдары индерелә, заманса материалдар ҡулланыла. Конкурс иһә улар менән танышыу, уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә.  Ә бына оҫталар йыйылған ерҙә еңеү яулау еңел түгел, иҙмәне әҙерләү оҫталығы ла, тигеҙ, матур итеп һылай белеү ҙә мотлаҡ. Фатир үҙ хужаларына йылылыҡ өләшергә тейеш, ә бының өсөн малярҙар эште күңел йылыһын һалып башҡарырға бурыслы. Ойоштороусылар фекеренсә, бындай саралар йәштәрҙә эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика