Шишмә районында хаҡлы ялдағылар һәм ветерандарҙы талаусы ҡулға алынды 05.07.2014

Ир үҙен социаль хеҙмәткәр тип таныштырып оло йәштәгеләргә дәүләттән автомобиль алып бирешергә вәғәҙәләгән. Ҡорбандарынан тик ҡағыҙ эшен түләүҙе генә һораған. Һуңынан инде социаль хеҙмәткәрҙән дә аҡсаларҙан да елдәр иҫкән. Барыһына ышанып барған хаҡлы өлкәндәр машинала түгел, ә тишек кәритәлә ултырып ҡалған.

Ир үҙен социаль хеҙмәткәр тип таныштырып оло йәштәгеләргә дәүләттән автомобиль алып бирешергә вәғәҙәләгән. Ҡорбандарынан тик ҡағыҙ эшен түләүҙе генә һораған. Һуңынан инде социаль хеҙмәткәрҙән дә аҡсаларҙан да елдәр иҫкән. Барыһына ышанып барған хаҡлы өлкәндәр машинала түгел, ә тишек кәритәлә ултырып ҡалған.

Прасковья Федеровна мутлашыусыға һумлап йыйған аҡсаһын тоттороп сығарған. Май айында уның фатир ишеген социаль хеҙмәткәр шаҡый. һәр хәлдә ул үҙен шулай тип таныштыра. Еңеү байрамы уңайынан ветерандарға дәүләт автомобилдәр тарата тип тә һөйөнсөләй. Тик бына ҡағыҙҙар тултырыу өсөн генә ун мең һум түләргә кәрәк була.
Роза Нисированың мутлашыусы 8 мең аҡсаһын алып ҡаса. Ханымды ул ете йөҙ мең һумлыҡ сит ил автомобиле алып бирәм, тип алдай. Күктән төшкән байлыҡҡа ҡыуанысыныан күҙе томаланған инәй ҡуш ҡуллап тотош пенсияһын биреп сығара. Әммә шулай уҡ автомобилдә йөрөргә насип булмай.
Хаҡлы ялдағыларҙың тинләп йыйған аҡсаларына ҡул һуҙыусы Дыуан районынан килгән 34 йәшлек ир булып сыға. Быға тиклем дә ул бындай мутлыҡтары өсөн хөкөм ителгән. Полиция хеҙмәткәрҙәрен мутлашыусының алдан уҡ ветерандар йәшәгән йорттарҙың белеүе һиҫкәндергән. Әле улар был мәғлүмәтте биреүсене эҙләй.
Тикшереү барышында ошоға оҡшаш мутлыҡтар башҡа райондарҙа ла теркәлеүе асыҡланған. Ҡорбандарҙың барыһы ла хаҡлы ялдағылар. Ҡулға алынған иргә ҡарата ун һигеҙ осраҡ буйынса енәйәт эше ҡарала. Полиция хеҙмәткәрҙәре аферистарҙы эҙәрлекләү менән бер рәттән, оло йәштәгеләргә таныш булмаған әҙәмдәр менән аралашыу буйынса һабаҡтар бирә, әңгәмәләр үткәрә.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика