Шишмә районында бөгөн республика мосолмандары йыйыны үтте 17.07.2016

Форум сиктәрендә Башҡортостандың беренсе имамы Хажи Хөсәйенбәктең мәйете кире ер ҡуйынына тапшырылды. Дин әһеле рухына арнап диндарҙар аят уҡыны.

Алина Хәмәҙинова Ислам тәғлимәте нескәлектәре менән әле саҡ таныша ғына. Ул доға-сүрәләрҙең башҡортсаһын да, ғәрәпсәһен дә яҡшы белә. Ул ғына түгел, уның ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын да яҡшы аңлай.

Республика мосолмандары йыйында балалар доға-сүрәләрҙе яттан һөйләү, Ҡөрьән Кәримде уҡыу буйынса ярышты. Бәйгеселәргә һынау әллә ни ауыр бирелмәне. Оҙон сүрәләрҙе  матур итеп көйләп һөйләүселәр ҙә, үҙенә күрә моң һалып башҡарыусылар ҙа табылды. Әлегә уҡый-яҙа ла белмәгән 5- 6 йәшлек бәләкәстәрҙең әсә-өләсәләре, йә шәкерттәр өйрәтеүе буйынса "шартлатып" сүрә һөйләүенә хайран ҡалырлыҡ.

Шәхесте ололау, хәтерҙе яңыртыу маҡсатында 2004 йылдан республикала мосолмандар йыйыны үтә. Изге ғәмәл Рәсәй мосолмандарының диниә назараты тарафынан ойошторола. Хөсәйенбәк кәшәнәһендә лә инде нисәмә йылдар аҙан тауыштары тынмай яңғырай.

Бөгөнгө көн төбәк халҡына, республика район-ҡалаларынан килгән диндарҙар өсөн айырыуса иҫтәлекле булды. Башҡортостандың беренсе имамы  Хажи Хөсәйенбәктең һөлдә-һөйәктәре кире ер ҡуйынына тапшырылды. Ул утыҙ йыл элек Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеү үҙәгендә һаҡланған. Белгестәр имамдың һөйәктәрен кәшәнәнән тикшеренеүгә алған булған. Уның буйынса мәғрифәтсенең бюсы һынландырыла. Буйы яҡынса 160 сантиметр булыуы асыҡлана.

Республика мосолмандары Башҡортостандың беренсе имамы Хажи Хөсәйенбәк рухына бағышлап аят уҡыны. 14-се быуатта Башҡорт ерлегендә дин йолаларын, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен халыҡҡа еткергән, мәғрифәтсе Хөсәйенбәк Шишмә районының Ҡара-Яҡуп ауылы эргәһендәге Аҡ зыяратҡа ҡабат ерләнде. Дин әһелен иҫкә алырға тиҫтәләрсә халыҡ йыйылды. Кәшәнә эсенә инә алмағандар тәҙрәләренән булһа ла ҡарап, бергәләп аят уҡыны.

Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, Хөсәйенбәк кәшәнәһен Аҡһаҡ Тимер төҙөткән тигән фекер йәшәй. Тарихи ҡомартҡынан алыҫ түгел, боронғо ҡәберлектәр ҙә бар. Аҡ зыяратта беҙҙең көндәргәсә уларҙың ҡайһы берҙәре генә һаҡланып ҡалған. Кәшәнә лә йылдар үтеү менән ергә һеңә, таш көмбәҙе емерелә башлай. 20-се быуат башында ул Башҡортостан мосолмандары Үҙәк диниә назараты тарафынан ҡайтанан тергеҙелә, бер аҙ формаһы үҙгәртелә. Әле лә ул иғтибарҙан алынмаған. Эргә-тирә тәртиптә тотола.

Республика мосолмандарының йыйыны йыл да тап Шишмә районында үтеүе осраҡлы түгел. Беренсенән был ерлек республиканың тәүге имамы менән бәйле булһа, икенсенән төбәк атамаһының да халыҡта иман нурын сәсеүҙә роле ҙур. Был бигерәк тә үҫеп килеүсе быуын өсөн мөһим, тиелде сарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика