Шишмә районын Яңауыл ауылында мифик заттың һөлдәһе табылған

Шишмә районын Яңауыл ауылында мифик заттың һөлдәһе табылған 06.08.2015

Урындағылар иҫбатлауынса, ул  чупакабраныҡы. Билдәһеҙ йыртҡыс ике-өс йыл  Яңауыл, Әмин һәм күрше тирәләге ауылдарҙағы йорт хайуандарын, ҡош-ҡортто ҡырған. Ниһайәт, ул дөмөккән, ти урында йәшәүселәр. Таныш түгел хайуандан һуңғы йылдарҙа республика төбәктәрендә лә байтаҡ хужалыҡтар зыян күрҙе.

Тәү ҡарашҡа ул төлкөгә оҡшаған. Әммә иғтибарлабыраҡ ҡарауҙа алғы аяҡтары ҡыҫҡараҡ, тәпәй суҡтары оҙон һәм артҡы аяҡтарының оҙонораҡ булыуын тоҫмалларға мөмкин.  Быйыл фермерлыҡ менән шөғөлләнә башлаған Дамир Марат улы ул көндө  элекке колхоз келәттәрен ҡарап йөрөгән. Йыйып алған уңышты һалырға урын булмаҫмы тип иҫке һарайға инеп уның тәҙрәһенән урамға баҡһа, сәйер йәнлектең үләкһәһен күреп ҡала. Ул үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Бер нисә йыл буйы тоттормаған чупакабраның һөлдәһе ята.
Билдәһеҙ йәнлек төндәрен ауылға килеп  Яңауыл, Әмин һәм күрше ауылдарҙағы һарыҡтарҙы, ҡош-ҡортто ҡыра.  Зыян күреүселәр һөйләүенсә, ул кәртә-ҡураларҙы кеше кеүек асып инә, йорт хайуандарын быуып ҡанын эсә, итен ашамай. Тоттормай, ялт-йолт һикереп күҙ асып йомғансы юҡ була... Һыйыр кеүек эре малға теймәй. Ә эттәр ул ауылға килгәс тә шымып ҡала, йыртҡыс уларҙы ла талаған.
Һуңғы йылдарҙа билдәһеҙ йәнлектән республикала   бик күп хужалыҡтар зыян күрҙе. Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында  Людмила менән Валерий Хәзбиуллиндарҙың һарайында  ниндәйҙер йыртҡыс мифик зат  55 ҡуян менән 16 тауыҡты быуып үлтерҙе.  Бынан тыш, Ауырғазы, Ишембай һәм башҡа райондарҙа ла  халыҡтың малын тамаҡланы.  Баймаҡ районының Байым, Сәйғәфәр ауылдарында һарыҡтарҙы быуҙы.
Ул саҡта ла уны бер кем дә тота алманы. Күптәр "Малдарҙы кем ҡыра?" тип баш ватыуҙан ары китмәне. Ҡайһы берәүҙәр бәләлә берәҙәк эттәрҙе ғәйепләне. Чупакабра һүҙен  тәржемә иткәндә,  "Кәзәләрҙең ҡанын һурыусы" тигән мәғәнәне аңлата. Ысынлап та, мәғлүмәттәр  буйынса  уҙған быуатта ул Латин Америкаһында киң таралған. Рәсәйҙә лә булыуы билдәле. Башҡортостанға нисек килеп эләккән? Әлегә тиклем фән өсөн был йәнлек сер булып ҡала.
Виктор Валуев, биология фәндәре кандидаты: «Мин хайуандарҙы өйрәнеүсе булараҡ тәбиғәттәге үҙенсәлекле  күренештәр менән ҡыҙыҡһынам. Чупакабрамы- юҡмы икәнлеген тикшерергә ҡушһалар  уны асыҡлауҙа ҡатнашырға  ризамын».
Билдәһеҙ йәнлек тоттормай, ялт-йолт  һикереп күҙ асып йомғансы юҡ була. Ғәҙәттә, аҙбарҙарға төндә  һунарға килә.  Һыйыр кеүек эре малға теймәй. Ә эттәр ул ауылға килгәс тә шымып ҡала, йыртҡыс уларҙы ла талаған. Ниһайәт, мифик заттың  сере сиселәсәк ти, Дамир Марат улы.
Яңауылдағы  келәттәр эргәһендә ятҡан һөлдә ысынлап та, малдарҙың башына еткән чупакабраныҡымы? Быныһы хайуандарҙы өйрәнеүселәрҙең тикшереүенән һуң билдәле булыр.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку