«Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт Асыҡ Квн Лигаһы» Дыуан районында йәйге мәктәп ойошторҙо

«Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт Асыҡ Квн Лигаһы» Дыуан районында  йәйге мәктәп ойошторҙо 01.07.2015

Был сарала Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай, Салауат райондарынан һикһәндән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Йәйге мәктәптең эш программаһы ҡыҙыҡлы, һәр яҡлап ныҡлы уйланылған . Шунлыҡтан, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алды. Төрлө тренингтар, мастер-кластар, сәхнә оҫталығы буйынса дәрестәр үткәрелде.

Берҙәм, татыу командалар барлыҡҡа килһен өсөн үткәрелгән төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында һәр кем әүҙем ҡатнашты. Дүрт көндөң эш  һөҙөмтәһе буйынса «Иң яҡшы команда», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында еңеүселәр билдәләнде. Бындағы аралашыу,эшлекле осрашыу башҡорт шаяндар һәм тапҡырҙар клубын үҫтерер, Башҡорт юниор квн лигаһының өсөнсө миҙгел уйындарында көслө командаларҙы күрергә мөмкинлек бирер, тигән уйҙа ҡала ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика