Шатлығы эсенә сабыйҙары ҡосағына һыймай

Шатлығы эсенә сабыйҙары ҡосағына һыймай 23.09.2015

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Розалиә менән Заһит Әғзәмовтарҙың ғаиләһендә бер юлы өс малай донъяға килде.

Сабыйҙар эко йәки икси кеүек медицина ҡаҙаныштары ярҙамында түгел, ә тәбиғи юл менән 30 августа, ваҡытынан бер аҙға алдараҡ донъяға килгән. Табип күҙәтеүе талап ителгәнгә улар Республика балалар клиник дауаханаһында тотолған. Ниһайәт, шатлыҡлы осрашыу мәле етте.
Ишле ғаилә әлегә олатай менән өләсәй йортона ҡайта. Йәштәр үҙ торлағын алып өлгөрмәгән. Самат, Сәғит һәм Салауатҡа ошо ауыл йортонда 12 квадрат метрлыҡ бүлмә бирелгән.
Күңел киң булһа урын табыла. Сабыйҙарҙы тәрбиәләшергә Заһит менән Розалиәнең өлкән ҡыҙҙары Арианна ла атлығып тора. Атай кеше лә йорт эштәрендә булышыуҙан тартынмай.
Атай кеше малайҙарын әлегә маңлайҙарындағы тамғаға ҡарап ҡына айыра. Әммә әсә күңеле һиҙгерерәк. Игеҙәктәрҙең өсөһөнөң дә үҙҙәренә күрә холҡо бар, ти Розалиә ханым.
Электрик булып эшләүсе Заһитты тиҙҙән сит төбәккә оҙайлы командировка көтә. Атай кеше тиҙерәк торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итергә тырыша. Әммә үҙ көсөмә генә таянһам, олатай менән өләсәй янынды оҙаҡҡа ҡалыуыбыҙ ихтимал,тип көрһөнә ул. Шуға ла ғаилә башлығы, власть вәкилдәренең ярҙамына өмөт итә. Ата-әсәһенә өсләтә шатлыҡ бүләк иткән малайҙарҙың бәхетле булырға хаҡы бар бит тип билдәләй ул
Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку