Шарандар бал йәрминкәләрен төбәктең бренды итергә теләй 21.08.2015

Районда икенсе йыл рәттән ҡорт балы байрамы ойошторола. Ошо рәүешле улар Шарандың татлы ризығын, эшһөйәр бал ҡорттары һәм умартасылары данын тотош илгә таратырға иҫәп тота.

Былтыр бал йәрминкәһе Яңы Йомаш ауылында ойошторолған. Тәүге байрамда райондың утыҙҙан ашыу умартасыһы ҡатнашҡан. Быйыл сауҙа итеүселәрҙең күп буласағын иҫәпкә алып йәрминкәне яланда ойошторғандар. Быйыл үҙ продукцияһын тәҡдим итергә теләүселәр бермә-бер артҡан. Күрше райондар, хатта баллы Бөрйән районынан да килергә теләк белдергәндәр.
Шарандарҙың   бал йәрминкәләрен райондың бренды итеп аласағына өмөт ҙур, ти ойоштороусылар. Төбәктә урмарталар һаны 7 меңдән ашыу. Йүнселдәр татлы ризыҡтың төрлөлөгө менән дә алдыра. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа күстәр һаны хәҙер ике йөҙ илленән ашып киткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика