Шаран районында йәшәүсе 29 йәшлек әсәгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Шаран районында йәшәүсе 29 йәшлек әсәгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды 12.05.2017

ВИЧ-инфекция менән зарарланған ҡатын былтыр дүртенсе балаһын тапҡан. Табиптар иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ул антиретровируслы терапия үтмәгән, сабыйҙы имеҙеүҙән дә туҡтамаған. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан сирле әсә бер нисә көнлөк баланы йылытылмаған йортта, йә күршеләренә ҡалдырып сыҡҡан осраҡ ҙа булғылаған. Әле сабый опека органдары тарафынан тартып алынып ваҡытлыса ғаиләгә урынлаштырылған.

Шаран районы үҙәгендә йәшәүсе Әхмәтвәлиевтарҙы төбәктә генә түгел, республикала ла белмәгән кеше юҡтыр. Күп балалы абруйлы ғаилә күптән түгел өс айлыҡ ҡына баланы 14-сегә ҡыҙлыҡҡа алған. Тиҙҙән Камиләгә 8 ай  тула. Әле саҡ йәшәй башлаған сабыйҙың тормошо ғаиләгә килгәнсе аслы-туҡлы һәм ҡарауһыҙ  булған.
Ғөмүмән, Әхмәтвәлиевтарҙа тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек еңел булмаған тормош һынауы үткән. Социаль етемдәр. Бала етәкләп алған был ҡатын тап ВИЧ-инфекцияһы йөрөтөүсенең әсәһе.
Өс балаһы булған ВИЧ-инфекцияһын йөрөтөүсе ҡатын дүртенсеһен былтыр өйҙә таба. Табиптар иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ул махсус терапия үтмәй. Баланы ас килеш, һыуыҡ йортта яңғыҙын ҡалдырып сығып киткән ваҡыттары ла булғылаған. Әле лә урындағы халыҡ әйтеүенсә, 29 йәшлек ҡатындың ауылда аҙна тирәһе күренгәне юҡ.
Тәүге өс бала ла шулай уҡ ҡарауһыҙ булған. Аҙналар буйы юғалып, кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан ҡатын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Опека органдары яңы тыуған дүртенсе сабыйҙы ла тартып алыр өсөн судҡа ғариза тапшырған. Тиҙҙән ҡатын яуап тотасаҡ. Енәйәт кодексына ярашлы, әсәлек бурыстарын үтәмәгәне һәм ВИЧ-инфекцияһын таратҡаны өсөн штраф һалынасаҡ. Бының өсөн  уға мәжбүри һәм холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителеүҙән алып иректән мәхрүм ителеүгә тиклем хөкөм язаһы янай.
Шаран районының Ерекле ауыл биләмәһендә дүрт ғаилә иҫәптә тора. Уларҙың өсәүһе ситтән күсеп килгән. Йәмәғәт ойошмалары тарафынан ниндәй генә аңлатыу эштәре алып барылмаһын үҙгәрештәр бик үк һиҙелмәй тиерлек, ти урындағы хакимиәт.
Республика СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта 232 балаға ҡурҡыныс диагноз ҡуйылған. Былтыр ғына инфекция 19 сабыйҙа асыҡланған. Ә шул арала Әхмәтвәлиевтар Камиләнең һаулығы өсөн борсола. Бығаса ике тапҡыр үткәрелгән анализдан кире һөҙөмтә алынған алыныуын,  өсөнсөһө әлегә билдәһеҙ...

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика