Шаран районында ирекле һәм ведомство янғын һүндереү дружиналары смотры ойошторолдо

Шаран районында ирекле һәм ведомство янғын һүндереү дружиналары смотры ойошторолдо 13.05.2015

Күнекмәләргә  ауыл биләмәләрендәге өс ирекле дружина һәм 10 берәмек махсус техника йәлеп ителде.

Сараның маҡсаты ҡотҡарыусыларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеген, уларҙың махсус техника менән эш итеү һәләтен тикшереү ине. Күнекмәлә ҡатнашыусылар урман янғыны шарттарында етеҙлеген  һынап ҡараны. Конкурс программаһы махсуслаштырылған техниканың көтөлмәгән ваҡиғаларға әҙер булыуын күрһәтте. Былтыр Шаран районында бер урман янғыны теркәлгән. Унан алдағы йылда күңелһеҙ хәлдәр бөтөнлөй күҙәтелмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, Шаран янғын һүндереүселәре уяулыҡты юғалтмай, халыҡ араһында  даими аңлатыу эштәре алып бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика