Шаран районында бер юлы ике иман йорто сафҡа инде

Шаран районында бер юлы ике иман йорто сафҡа инде 25.08.2015

Был юлы мәсет төбәктең Яңы Тамъян һәм Һарыһаҙ ауылдарында асылды. Тантанала урындағы халыҡ, диндарҙар, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдинов, күренекле спортсы Римма Батталова ҡатнашты. Ике ауылдың да иман йорто ауылдаштар, бағыусылар ярҙамында төҙөлгән. Һарыһаҙҙа мәсет биш ай эсендә ҡалҡып сыҡҡан. Апрелдә нигеҙ һалынып, июлдә манараһы күтәрелгән.

Әлеге ваҡытта Шаран районының Түбәнге Зәйет һәм Салмалы ауылдарында ла мәсет төҙөлә. Иман йорттары яҡын көндәрҙә асылыр тип күҙаллана. Төбәктә барлығы 15 изге йорт иҫәпләнә. Ә бынан егерме йыл элек улар бөтөнләй булмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку