Шаран районы халыҡ башланғыстарын хуплау проектына ҡушылып, йылдар буйына һуҙылған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә 01.02.2017

Программала төбәктең барлыҡ ауыл биләмәләре лә тиерлек  ҡатнаша.

Баҙғыяла йәшәүселәр урындағы белем усағының тәҙрәләрен яңыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Сөнки һыуыҡ кабинеттарҙа уҡыусыларҙың ауырып киткән осраҡтары ла йыш теркәлә. Хәҙер программа ярҙамында мәктәптең иҫке рамдары пластик тәҙрәләргә яңыртылған. Шулай уҡ ауыл биләмәһе етәкселеге урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен дә хәстәрләй башлаған.  Был эш яҡын киләсәктә Алмаш, Яңы һәм Иҫке Тамьян ауылдарында башҡарылыр тип көтөлә.  Бер үк ваҡытта быйыл саманан тыш, ҡарҙың күп яуыуы ла ауыл кешеләренә бик күп ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Шуға ҡарамаҫтан биләмәнең барлыҡ ауылдарында ла ҡар менән көрәшеүгә етди бүленгән. Уңған механизаторҙар ауылдаштарының көрткә батып ултырыуҙарына юл ҡуймай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика