Шарҙан һындар

Шарҙан һындар 04.08.2014

Аэродизайн тип аталған яңы сәнғәт төрө һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә популярлыҡ яулай. Баш ҡалала ла үҙенсәлекле шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Яңыраҡ аэродизайн буйынса Италияла уҙған Европа чемпионатында Рәсәй оҫталары беренселекте яуланы. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.

Аэродизайн оҫталары шарҙарҙан күгәрсен һыны яһай. Ҡыҙҙар һәр деталде алдан уйлай. Башта һындың проекты төҙөлә, үлсәмдәре билдәләнә.  Күгәрсен һынына тиҫтәнән ашыу шарҙан тәүҙә ҡоштоң өлөштәре йыйылып, бергә ҡушыла. Ынйы Мусина был үҙенсәлекле сәнғәт төрө менән өс йыл шөғөлләнә. Аэродизайн буйынса Америка Ҡушма Штаттарында уҙған ил кимәлендәге бәйгелә лә ханым беренселекте яулай.
Аэродизайн оҫталары бер конкурсты ла ситтә ҡалдырмай. Яңыраҡ Мәскәү ҡалаһында уҙған бәйгегә улар шарҙарҙан башҡорт милли костюмы тәҡдим иткән. Был идея жюри ағзаларын да, тамашасыларҙы ла шаҡ ҡатырған.
Ошо көндәрҙә Италияла уҙған Европа илдәре чемпионатына ла оҫталар етди әҙерләнә. Ҡыҙҙар шарҙарҙан панда төҙөй. Был панданы йыйырға 6 меңдән ашыу шар китһә, проектын эшләүгә бер нисә аҙна ваҡыт талап ителгән.
Елена Шолохова, аэродизайн оҫтаһы: «Ил кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Унда сит ил халҡын Башҡортостан менән таныштырабыҙ. Әлегә һәр саҡ еңеү яулап ҡайтабыҙ».
Аэродизайн оҫталары үҙҙәренең бар эшен дә яратып башҡара. Берҙән  күңелгә рәхәт, кешеләргә шатлыҡ өләшәбеҙ, икенсенән яҡшы табыш алырға мөмкин, ти улар.
Шарҙарҙан төрлө һындар яһауы ауыр түгел. Аэродизайн менән шөғөлләнеү өсөн түҙемлелек кенә кәрәк. Ошондай ябай рауза сәскәһен йыйыуға 2 дана «шдм» шарҙары талап ителә. Уларҙы һауа менән тултырғас, өлөштәргә бүлеп деталдәрҙе бергә йыйалар. Сәскә әҙер. Уны берәйһенә бүләк итергә лә мөмкин.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку