Шаҡша биҫтәһенең Мебель урамы халҡы урамдарҙа һыу гөрләүектәре аша атлап йөрөргә мәжбүр 02.09.2015

Һыуүткәргес тутығып сафтан сығыуы сәбәпле, урамдарҙан тыш йыуыныу бүмәләре, подвалдар һыу менән тулы. Канализация соҡорҙарына  ла бәҙрәфтәрҙән һәм крандарҙан ағыусы бысраҡ һыу эләккән.

Тирә-яҡ йорттарҙа йәшәүселәрҙең һыуүткәргес өсөн яуап биреүсе хужалыҡҡа, был осраҡта Өфө һыу каналына  үпкәһе ҙур. Һыу һарҡытып ятҡан торбаларҙың төҙөклөгө өсөн яуаплылыҡ торлаҡ -коммуналь хужалыҡтан өс йыл элек икенсе ойошмаға күсерелгән.
Ғәҙеллек һәм ремонт эштәрен тиҙләтеүгә өмөт иткән әүҙем хужалар суд юлын тапай. Ике аҙна буйына уларҙың һыу ағымын туҡтатыуҙы үтенгән шылтыратыуҙары яуапһыҙ ҡалған. Бөгөн килеп бер-нисә техника, шул иҫәптән һыу һурҙырғыс машиналар һәм трактор ебәрелгән. Улар ярты сәғәттән һуң ғына үрге майҙанда һыу һурҙыра башланы. Өфө һыу каналынан ремонт эштәре өсөн яуаплы мастер беҙҙең менән һөйләшеүҙән ҡасты.
Ул үҙен беҙгә мастер тип танытты. Хәҙер ремонт башлайбыҙ тине. Әле иһә бөтөнләй башҡа хәбәр һөйләй.
Бары водитель ғына ҡулынан килгәнсә  килеп тыуған хәлгә асыҡлыҡ индерергә тырышты.
Фирүзә Мөҙәрисова йортонда ла крандарға һыу баҫымы килеп етмәй. Һауыт-һаба йыуыу өсөн ул кәстрүлдә һыу йылытырға мәжбүр. Икенсе төркөм инвалиды йәшәгән фатирҙа йылы һыу колонкалар аша бирелә, әммә баҫым түбән булғас, автоматҡа көйләнгән һыу колонкаһы эшләмәй.
Был йорттарҙы Калинин районының торлаҡ - коммуналь хужалығы хеҙмәтләндерә.Тышҡы һыуүткәргес торбалар -Өфө һыу каналы, ә фатирҙарҙағыһының сифатлы эшләүенә торлаҡ-коммуналь хужалығы яуап бирә. Беренсе ҡатта торған  өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәге күршеләре йыуыныу бүлмәһендә кранды асһа, беҙҙе һыу баҫа, тип зарлана.
Өфөнөң Калинин районына ҡараған Шаҡша ҡасабаһының  Мебель урамы кешеләре ике аҙна буйы торбаларҙан урғылған һыуҙы туҡтатыуҙарын һорап телефон аша төрлө кимәлдә һөйләшеүҙәр алып бара. Торлаҡ комуналь хужалығы һәм Өфө һыу каналы араһында  һыуүткәргес торбаларға яуап биреүсе хужаның булмауы арҡаһында һыу торбаларын ремонтларға тотоноусы юҡ. Тиҙҙән йылы көндәрҙе һалҡындар алмаштырасаҡ. Һыуҙы саманан тыш  сарыф итеү, коммуналь түләүҙәргә хаҡ артыуы хаҡлы ялдағыларҙы ла, эшләүсе халыҡҡа ла яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика