«Шүлгәнташ» ҡарсаулығы биләмәһе киңәйтеүҙе талап итә

«Шүлгәнташ» ҡарсаулығы биләмәһе киңәйтеүҙе талап итә 06.12.2017

Был турала Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге рәйесе белдерҙе.  Был эш башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын һәм солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн башҡарыу мөһим. Йәмғиәттең йыл йомғаҡтарына арналған попечителдәр советы  ултырышында ошоға бәйле һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Хөкүмәт Премьер-Министры Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, юҡҡа сыға барған рус география йәмғиәте 2014 йылда ҡайтанан эшмәкәрлеген әүҙемләштерҙе. Әле унда 150 ағза теркәлгән. Һәр райондарҙа тиерлек бүлексәләр эшләй. Өс йылда тәбиғәтте һаҡлау, экологияны яҡшыртыу буйынса байтаҡ проекттар тормошҡа ашырылған.
Киләһе йылдарға төп маҡсаттарҙың береһе республикаға күберәк туристар йәлеп итеү. Был йәһәттән бер нисә проект күҙаллана. Атап әйткәндә, баш ҡалала баллы ауыл, бал музейы барлыҡҡа киләсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 36 миллион һум аҡса бүленәсәк. «Еҙем» паркы төҙөү ҙә күҙаллана. Уның йөҙөк ҡашы Киндерле мәмерйәһе.
Камил Йыһаншин, рус география йәмғиәтенең башҡортостан бүлеге рәйесе: «Еҙем буйы һәм Киндерле мәмерйәһе иҫ киткес урын. Ләкин әле унда ҡырағай туризм ғына үҫешкән. Әгәр беҙ махсус парк булдырып ҡурсалауға алмайбыҙ икән ожмах кеүек ерҙән бер нимә лә ҡалмаясаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика