Шәхси мәсьәләләрҙән ауыл һәм район кимәлендәге көнүҙәк һорауҙарға

Шәхси мәсьәләләрҙән ауыл һәм район кимәлендәге көнүҙәк  һорауҙарға 11.11.2014

Иглин районы граждандарын Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ҡабул итте.

Халыҡ һайланыусыһы менән осрашыуға 20-нән ашыу кеше килде.  Депутаттан берәүҙәр шәхси хужалыҡ алып барыу  өсөн ер бүлеүҙә ярҙам һораһа,  икенселәр уның иғтибарын газ үткәргестәр төҙөү, юлдарҙы төҙөкләндереү кеүек күпселекте борсоған мәсьәләләргә  йүнәлтте. Субаҡай ауылы старостаһы Сайма Рәшитова - шундайҙарҙың береһе.  
Депутат ярҙамына  шулай уҡ ауыл хужалығы етештереүселәре һәм умартасылар ҙа мохтаж. Һуңғыларын ситтән бал ҡорттары килтерелеүе сәбәпле, башҡорт популяцияһының киләсәге борсой. Зөһрә Рәхмәтуллина был йәһәттән дә яҡташтарына ярҙам күрһәтәсәген,  башҡорт тоҡомло бал ҡорттары популяцияһын һаҡлау буйынса Думаға үҙ тәҡдимдәрен индерәсәген белдерҙе. Рәсәй кимәлендә Башҡортостандағы кеүек үк умартасылыҡ тураһында закон ҡабул итеү - көнүҙәк мәсьәлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика