Шәфҡәтле һәм миһырбанлы булыу, кеше хәленә инә белеү кеүек изге тойғолар йәшәтә әҙәм балаһын...

Шәфҡәтле һәм миһырбанлы булыу, кеше хәленә инә белеү кеүек изге тойғолар йәшәтә әҙәм балаһын... 22.04.2015

Тыумыштан мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләлә бөтә ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Ауырлыҡтар алдында бирешмәҫ, һынмаҫ өсөн уларға беләк көсө лә, аҡыл һәм рух ихтыяры ла кәрәк.

Өфөнөң Инорс биҫтәһенең балалар реабилитация үҙәгенә  инде үҫеп бөткән балаларын коляскаларға ултыртып килеүсе әсәйҙәр һаны ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл арта.  Айгөл Хафизова ла был үҙәккә көн аша йөрөй. Игеҙәк ударының береһе үле тыуа,  алты айлыҡ булып  етлекмәй тыуған улы Айҙар балалар фалижынан интегә. Был үҙәктә бәләкәй пациенттарға мөмкин булған дауалау курстарының бөтәһен дә үткәрәләр, тип һөйөнә әсә.
«Һәр ваҡыт янымда бул» хәйриә проекты етәксеһе Эльвира Нәбиуллина төрлө сәбәптәр арҡаһында мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙең, айырыуса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың былай ҙа ауыр  хәленә инергә тырыша. Улар өйҙә генә дүрт стенаға бикләнеп ултырмаһын, бер-береһе менән аралашып йәшәһен өсөн бар тырышлығын һала. Үҙе тыумыштан церебраль фалиждан яфаланған  бала ҡараусы ҡатын  башҡа ғаиләләрҙәге сабыйҙар һәм уларҙың ата-әсәләре яңғыҙлыҡты, рухи бушлыҡты тоймаһын өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләй.
«Һәр ваҡыт янымда бул» хәйриә проекты бөгөнгө сараны юҡҡа ғына «Икмәк» байрамы тип атамаған. Донъяла икмәктән дә  оло аш юҡ икәнлеген бөтәһе лә яҡшы аңлай. Балалар байрамы  күңелле һәм моңло үтһен өсөн 64-cе колледж уҡыусылары иң сағыу концерт номерҙарын алып килгән.
Моң һәм шатлыҡ байрамында сәхнәгә сыҡмай нисек түҙәһең. Алты йәшенән йырларға өйрәнгән Илнур Йосопов та ҡунаҡтар алдында йырларға батырсылыҡ итте. Улының сығышын әсәһе Фәнүзә Кәлимулла ҡыҙы берсә тулҡынланып, берсә талпынып күҙәтте. Уға хатта, билдәле эстрада йондоҙо Айҙар Ғәлимов менән дә йырлау бәхете тейгән.
Хәйриә сараһында балалар  үҙҙәре лә әүҙемлек күрһәтте. Мауыҡтырғыс  уйындарҙа ҡатнашты. Илдә һынылыш, аңдарҙа буталыш, иҡтисад көрсөктә булған заманда кешеләрҙә мәрхәмәтлек, күңел йылыһы әллә ҡайҙа йәшенмәгән икән... Балаларын иң  ауыр мәлдәрендә яҙмыш ҡосағына ташламаған батыр йөрәкле әсәләргә бөҙрәханаларға бушлау барыу өсөн сертификаттар ҙа тапшырылды.  Сара һуңында хәйриә акцияһында ҡатнашыусылар тәмлекәстәр менән һыйланды.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку