Сереккүл һыуһаҡлағысы балыҡсыларҙың яратҡан урынына әүерелде

Сереккүл һыуһаҡлағысы балыҡсыларҙың яратҡан урынына әүерелде 18.09.2014

Яһалма һыу ятҡылығы 2007 йылда  быуылып, унда балыҡ үрсетелә башлай. Әммә ошоғаса ул хужаһыҙ булды. Һөҙөмтәлә ҡарауһыҙ күл яны сүп-сарға күмелде, балыҡтары ла кәмей төштө. Ошо көндәрҙә Темәс ауылы эшҡыуары уны үҙ ҡарамағы аҫтына алып, күл янын тәртипкә килтереү, таҙартыу эштәрен башланы.

Темәс ауылы эшҡыуары Рәмил Солтанов Сереккүл һыуһаҡлағысын ҡуртымға алды. Уның маҡсаты - күптәрҙе матур тәбиғәте менән таң ҡалдырған Ирәндек тауҙары һыртында урынлашҡан Сереккүл быуаһында ял итеү урындары булдырыу, балыҡ үрсетеү.

Эшҡыуар һыу ятҡылығы буйын сүп‐сарҙан таҙартыуҙан башланы. Бының өсөн уның ҡулы аҫтында эшләүселәр, шулай уҡ Һаҡмар ауылынан кешеләр йәлеп ителә. Тиҙ арала яр сите ял итеүселәрҙән ҡалған ҡалдыҡ, башлыса пластик шешәләрҙән таҙартылды. Шулай уҡ быуа тирәләй сүп-сар түгеү өсөн йәшниктәр, бәҙрәфтәр ултыртылды.

Ял итеү өсөн шарттар булмаһа ла, Сереккүлдән йәйен-ҡышын балыҡ тотоусылар өҙөлмәй. Баймаҡтан ғына түгел, ситтән килеүселәр ҙә бар. Туризмға юл һалыу, шарттар тыуҙырыу өсөн әле эшләнәсәк эштәр һанап бөткөһөҙ. Был йүнәлештә тәүге аҙым яһаусы эшҡыуарҙарға уңыштар теләйһе ҡала

Мәрйәм Байрамғолова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку