Сауҙа ҡолдары 05.03.2016

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына Өфөнөң бер-нисә сауҙа нөктәһенән һатыусылар ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Уларҙы эш биреүсе алдан иҫкәртмәйенсә, түләмәйенсә эштән бушатҡан. Һатыусылар рәсми рәүештә эшкә урынлаштырылмаған булған.

Тәүге магазидың  һатыусыһы хеҙмәт килешеүен беҙгә күрһәтә алманы.Баҡтиһәң, уның документтары директорҙа икән. Наталья Сибәғәтуллина белдереүенсә, ул был магазинда икенсе көн генә эшләй. Прокуратураға аңлатма яҙыуҙан ҡырҡа баш тартты. Ул хеҙмәт урынын юғалтыуҙан ҡурҡа.
Икенсе магазин һатыусыһы ла туҡтауһыҙ магазин хужаһына шылтыратырға тотона. Бер-нисә минуттан етәксе үҙе лә килеп инде. Баҡтиһәң, ул был магазин хужаһы түгел, ә бары тик етәксе вазифаһын башҡарыусы. Уның рөхсәтенән һуң прилавка артындағы һатыусы таушалып бөткән хеҙмәт килешеүен сығара.
Килешеүҙе тикшереү барышында күп кенә хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланды: хеҙмәт хаҡын күпме түләү суммаһы күрһәтелмәгән,  ялға ебәреү датаһы дөрөҫ күрһәтелмәгән. Бәлки, улар бөтөнләй юҡтыр ҙа. Прокуратура был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн рәсми документтар тултырҙы. Һатыусылар эшкә рәсми урынлаштырылмаған көйө эшләгәндә, сауҙа нөктәләренең хужаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Салауат Әбйәлилов, Өфөнөң орджоникидзе районының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе: «Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф әллә ни ҙур түгел. Әммә эшҡыуарҙар хеҙмәткәрҙәрҙе  хеҙмәт килешеүен  тултырмай эшләтергә ынтыла. Бындай аҙымға  улар һалымдарҙы һәм хеҙмәт хаҡын кәмерәк түләү өсөн бара».
Ирина Селиванова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Өфө ҡалаһы  буйынса территориаль бүлеге етәксеһе: «Күп кенә осраҡтарҙа хеҙмәткәрҙәр ауыр хәлдә тороп ҡала: эш биреүсе хеҙмәт хаҡын түләйһе урынға,  хеҙмәткәр тауар етмәгән өсөн ҙур күләмдә аҡса тейеш булып сыға».
Йыш ҡына рәсми рәүештә эшкә урынлашмаусы хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙарын аңлап етмәй. Улар пенсия фондына түләүҙәр күсермәй, хужалары теләгән ваҡытта бер тин  түләмәй эштән ебәреп ҡуя. Бындай осраҡтарҙа  эшһеҙ ҡалыусылар ярҙам һорап хеҙмәт инспекцияһына, прокуратура һәм судҡа мөрәжәғәт итә  ала. Әммә бындай сетерекле хәлдә дөрөҫлөктө эҙләү шул тиклем  ауыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика