Сауҙа комплексы кәрәкмәй

Сауҙа комплексы кәрәкмәй 15.09.2014

Өфөнөң СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр эргәһендә барған төҙөлөш эштәренә ризаһыҙлыҡ белдерә. Ҡасандыр алмағас, миләш аллеяһында хәҙер ике ҡатлы сауҙа комплексы ҡалҡытыла. Халыҡ сафҡа инәсәк сауҙа үҙәгенә ихтыяж  булмауын билдәләй.

Халыҡтың ярһыуын хатта бер нисә квартал аша ишетергә мөмкин. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр урында барған төҙөлөш эштәренә ризаһыҙлыҡ белдерә.
СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 47 һәм 45а йорттары киҫелешендә төҙөлөш эштәре 2003 йылдан алып дауам итә. Тәүҙә урындағы туҡталыш павильонын төҙөкләндереү маҡсатында башланған эш бер йылдан ниндәйҙер сәбәп буйынса туҡтатыла. Теүәл ун йылдан һуң ул ҡабат тергеҙелә. Туҡталыштағы павильон ике тапҡырға киңәйтелеп сауҙа комплексы төҙөлә башлай.
Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре быйыл августа башлана. Объект паспорты буйынса, был урында ике ҡатлы сауҙа комплексы, шулай уҡ 8 метр тәрәнлектә автомобиль парковкаһын төҙөү планлаштырыла. Төҙөлөш эштәренә бәйле йорттарҙа ярыҡтар ҙа барлыҡҡа килгән.
Был ярыҡтарҙы халыҡ урындағы ҡаҙыу эштәренә бәйләй. Эргә-тирәлә үҫкән алмағас, миләш ағастары төбө-тамыры менән йолҡоп алып ташланды, хәҙер ултырырға ла урын юҡ, тип зарлана оло быуын вәкилдәре.
Ҡаршылыҡ акцияһы оҙаҡҡа һуҙылманы. Ваҡиға урынына килеп еткән полиция хеҙмәте ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙе ҡулға алды. Акцияға рөхсәт бирелмәгән.
Ғәҙеллек талап итеүселәрҙең пикеты уңышһыҙ тамамланды. Беҙҙең ижади төркөм мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында яуаплы ойошма вәкиле менән бәйләнешкә сыҡты. Ул төҙөлөштә ауыр техника эшләмәүен белдерҙе.
Өфө ҡала хакимиәте иһә объекттың ҡала милкенә ҡарамауын, төҙөлөш эштәренең законлы, документтарҙың теүәл булыуын билдәләй.
Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәте вәкиле: «Әгәр ҙә төҙөлөш эштәре күп ҡатлы йортта йәшәүселәргә ҡамасаулаған хәлдә, урындағы халыҡ районға, йә ҡалаға мөрәжәғәт итә ала. Мәсьәлә тиҙ арала хәл ителәсәк».
Төҙөүселәр ике ҡатлы сауҙа комплексын күтәрһә, ә эргәләге торлаҡ йортта йәшәүселәр хәүефле шарттарға борсола. Улар йорттарҙың ишелеп төшөүенән ҡурҡа. Миҫал итеп улар уҙған аҙнала Коммунистик урамында теркәлгән ваҡиғаны килтерә.
СССР-ҙың 50 йыллығы урамында йәшәүселәрҙең төҙөлөш эштәренә ҡаршы сығыуы һөҙөмтә бирмәне. Ә рөхсәтһеҙ пикет ойоштороу 25 мең һум күләмендәге штраф квитанцияһын алыу менән тамамланды.

Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку