Сатлама һыуыҡтар тырыш, уңғандарҙы бер ҙә ҡурҡытмай 09.01.2015

Баш ҡалала сираттағы Раштыуа йәрминкәһе тиҫтәгә яҡын эшҡыуарҙы берләштерҙе.

Йәрминкәгә эшҡыуарҙар иң үтемле һәм сифатлы тауарҙарын килтерҙе. Берәүҙәр аҙыҡ-түлек, емеш-еләк, ауыл хужалығы тауарҙарын тәҡдим итһә, икенселәр кейем-һалым менән һатыу итте. Сауҙа урынының боҙ майҙансығы янында урынлашыуы ла һатып алыусыларға уңайлы ине. Балалары тау шыуған арала, ата-әсәләр баҙар хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды.
Йәрминкә тауарҙар төрлөлөгө менән айырылып торҙо.  Ейәнсура һәм Ырымбур яҡтарынан килтерелгән данлыҡлы дебет шәлдәр, селтәр яулыҡтар, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, йылы быймалар ҙа һатыуға сығарылды.
Хаҡтар тешләшмәй. Байрам уңайынан Шишмә районы эшҡыуарҙары ла һатып алыусыларға ит продукцияһына ташламалар яһаны. Фәнзилә Вәлиева ла халыҡты төрлө емеш-еләктәрен осһоҙға һатып ҡыуандырҙы.
Татлы бал ризыҡтарын тәҡдим итеүсе сауҙа нөктәһен дә халыҡ урап үтмәне. Ҡаты һыуыҡтарға ҡарамай, өфөләр  күңелле ял да  итте, муллыҡ  йәрминкәләрендә лә ҡатнашты. Мөбәрәков урамында йәрминкә шәмбе көн үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика