Салауат Юлаев һәйкәле сираттағы этапҡа үтте

Салауат Юлаев һәйкәле сираттағы этапҡа үтте 06.08.2016

Рәсәйҙең үҙәк банкы 200 һәм 2 мең һумлыҡ аҡсаларҙың символына тауыш биреүҙең икенсе этабын иғлан итте.

Бөгөнгә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән миллион кеше 5 мең символ өсөн тауыш биргән. Икенсе этапҡа 49 ҡаланан 76 иҫтәлекле урын үткән. Ошо турала исемлек Твоя-Россия.рф сайтында баҫылған. Бөгөн икенсе этап башлана һәм 30 августҡа тиклем дауам итә. Һорау алыу бөтә ил буйынса алып барыла, ойоштороусылар 200-ҙән ашыу ауыл-ҡалаларҙа булырға ниәтләй. Унда 18 йәше тулған 6 мең респондент ҡатнаша. Икенсе этапҡа Башҡортостандан Салауат Юлаев һәйкәле үтте. Йәғни, 200 һәм 2 мең һумлыҡ купюраларҙа милли батырыбыҙҙың һыны урын алыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
Шамгия
08.08.2016 15:26:36
Салават Юлаев -памятник

Возврат к списку


Яндекс.Метрика