Салауат ҡалаһында йәшәгән 75 йәшлек Земфира Абдулла ҡыҙы 2003 йылдан алып ғәҙеллек эҙләй 01.12.2015

Барыһы ла яңы күршеләр күсеп, гараж төҙөүҙәренән башлана. Хеҙмәт ветераны әйтеүенсә, улар үҙ майҙанынан ситкә сығып кеше өлөшөнә ингән. Ҡыйыҡтан тамған һыу яҙ һайын оло бәләгә әйләнә. Хәҙер ул йорттоң нигеҙен сафтан сығара башлаған. Земфира Абдулла ҡыҙы бер-нисә тапҡыр суд ултырышын еңеп сыға. Гаражды һүтергә тигән ҡарар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, эш тағы ла ҡатмарлаша.

Зәйтүнә Абдулла ҡыҙы ниндәй генә инстанция тупһаларын тапамаған. Тик һөҙөмтәһеҙ. Ғәҙеллек талап итеп судҡа ла мөрәжәғәт итә. Әммә ләкин өс тапҡыр суд ултырышын еңеүенә ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡабул ителгән ҡарарҙар үтәлмәй, комиссия ағзаларының килеп урауынан да бер файҙа ла юҡ, тип зарлана оло йәштәге ханым.
Йорттоң һәм гараждың бер-береһенә йәнәш ултырыуы бик күп проблемаларға юл ҡуя. Тәү сиратта ҡыйыҡтан аҡҡан һыу йорт нигеҙенә төшә һәм уның емерелеүенә килтерә.
Зәйтүнә Абдулла ҡыҙы ике хужалыҡ араһында зәңгәр яғыулыҡ торбалары урынлашыуына ла борсолоу белдерә. Хужабикә урындағы газовиктарҙы саҡыртҡан саҡыртыуын, әммә уларҙан да  фәтүә юҡ, ти ул.
Ә оло йәштәге ханымды ҡыйырһытыусыларҙың үҙ фекере. Телефон аша күршеһе Лилиә Копылова суд ҡарарын тулыһынса үтәнем тигән ҡарашта.
Хәлдең асылына төшөнөү маҡсатында беҙҙең ижади төркөм суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Улар рәсми аңлатма биреүҙән баш тартты. Сәғәт уҡтарын техник инвентаризация үткәреү бюроһына күсереүҙе кәрәк тип тапты. Ведомствола әлеге участка хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмауын, шәхес үҙе мөрәжәғәт итһен тип ялтандылар. Тимәк, хеҙмәт ветеранының  нисәмә йыл буйы ғәҙеллек талап итеүе бушҡа килеп сыға. Стенаға борсаҡ һелтәгән кеүек. Мәсьәләнең ҡасан хәл ителере әлегә билдәһеҙ. Бары тик Земфира Абдулла ҡыҙы ер участкаһы майҙанын үлсәп, ғәҙеллек тантана итеүен теләй. Хеҙмәт ветераны күршеһен сираттағы суд ултырышы көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика