Салауат ҡалаһындағы Салауат Юлаев һәйкәле тирәләй низағ сыҡты

Салауат ҡалаһындағы Салауат Юлаев һәйкәле тирәләй низағ сыҡты 17.05.2017

Рәссам Рита Әлмөхәмәтова әйтеүенсә, был стела уның 1988 йылда эшләгән эскизы буйынса яһалған. Әммә авторлыҡ хоҡуғын ул һәйкәл ҡуйылып, ике тиҫтә йыл ваҡыт үткәс кенә иҫбатлап ҡарарға баҙнат итә.

«1988 йылдың авгусында төшөргән плакатым һәйкәл булараҡ ҡалҡыр тип һис тә уйламағайным», - ти Рита Әлмөхәмәтова. Рәссам билдәләүенсә, Салауат халыҡ депутаттары Советының башҡарма комитеты уға хеҙмәт вазифаһы буйынса ҡаланың 40 йыллығына эмблема эшләргә ҡуша. Ә һәйкәл тураһында ул ваҡытта бер ниндәй ҙә һүҙ ҡуйыртылмай. Скульптор Андрей Семченко менән архитектор Юрий Бриллиантовтың күләмле проекты тормошҡа ашырылғас, ҡатын шаңҡыу хәлендә ҡала.
Рита Әлмөхәмәтова рәссам: «Улар минең идеяды урлаған булып сыға. Мин бит был эскизды плакат өсөн эшләнем. 1987 йылда был урында иҫке автовокзал тора ине, уны һәйкәл ҡуйыр өсөн һүтеп алдылар. Стеланы асыу тантанаһында ла булдым, йәшерен рәүештә минең эскизды ҡулланғандарына иҫем китте».
Ҡатын егерме йылдан ашыу ваҡыт был күренеште шымып күҙәтеүенә лә аңлатыу таба - бер ниндәй ҙә иҫбатлаусы ҡағыҙҙар таба алмаған. 2015 йылда ҡала хакимиәте архивында үҙе эшләгән эскизына юллыҡҡас ҡына, скульптор менән бәйләнешкә сығып ҡарай, артабан авторлыҡ хоҡуғын яҡлау өсөн судҡа мөрәжәғәт итә. Плакаттың һүрәтен рәссам Рита Әлмөхәмәтова төшөрөүен коллегалары ла иҫләй.
Радик Йәрмөхәмәтов, Рита Әлмөхәмәтованың элекке хеҙмәттәше: «Беҙ кәңәшләшеп эшләнек. Мәҫәлән, ҡош урынында башта С хәрефен генә ҡулланайыҡ тигәйнек. Салауат ҡалаһы бит. Һуңынан ыласында туҡтаныҡ. Ул милләт-ара татыулыҡ символы. Идея Ританыҡы. Был факт. Беҙҙең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды һәйкәлдең ҡуйылыуы».
Рита әлмөхәмәтова әйтеүенсә, стела 1994 йылда ҡуйылған. Әммә урындағы хакимиәт, музей етәкселеге лә стеланың 1988 йылдан бирле барлығын билдәләй.  Танылмаған автор архив доументтары ярҙамында үҙенең хаҡлығын иҫбатларға тырыша, әммә теүәл дәлиле  юҡ. Һәйкәлдән тыш, ҡаланың гербында ла был эскиз һүрәтләнеш тапҡан. Урындағы гәзиттәрҙең эмблемалары ла ошо стилдә яһалған. Белгестәр әйтеүенсә, авторлыҡ хоҡуғын яҡлай алған  осраҡта Рита Әлмөхәмәтова компенсацияға дәғүә итә ала.  
Андрей Таюсов, республиканың интеллектуаль милекте һаҡлау үҙәге етәксеһе: «Билдәле булыуынса, ҡатын  плакат эскизын вазифа инструкцияһы буйынса эшләгән. Эш биреүсе уға заказ биргән. Шуға хеҙмәт урыны менән тәьмин итеүсенең дә был эскизды ҡулланыуға хоҡуғы булған. Әгәр ҙә Рита Әлмөхәмәтова үҙенең айырым авторлыҡ хоҡуғын  иҫбатлай алһа, был һүрәтте ҡулланған физик һәм юридик шәхестәр авторға аҡса түләргә тейеш буласаҡ».
Шулай ҙа юристар фекеренсә, рәссамдың авторлыҡ хоҡуғын яҡлай алыуы икеле. Рита Әлмөхәмәтова Салауат ҡалаһы хакимиәте менән икенсе йыл судлаша. Әлегә һөҙөмтә юҡ. Сираттағы осрашыуҙа ла дәғүәсенең иҫбатлаусы документтары булмауын билдәләнде.
Рита Әлмөхәмәтова иһә өс тапҡыр судта еңелеүенә ҡарамаҫтан, ғәҙеллек өсөн көрәшен туҡтатырға уйламай. Хәҙер ул Мәскәүҙә авторлыҡ хоҡуғын яҡларға теләй. Маҡсаты - эскизды булһа ла архивтан алып, балаларына иҫтәлеккә ҡалдырыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика