«Сал Ирәмәлдән - һалҡын Шүлгәнгә тиклем» 22.06.2015

Республиканың төрлө иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылыусы «Тирмәстан» төркөмө  маҡсаттарына ирешеүсән, сәләмәт тормошто үҙ иткән   йәштәрҙән тупланған.

Йәй- ҡыҙыу ял миҙгеле. Кемдер Төркиәгә, икенселәр Ҡырымға, йә булмаһа сит тарафҡа ҡояшта ҡыҙынып, диңгеҙ һыуында ҡойонорға юллана. Шулай ҙа ялды тыуған яҡта ла күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә мөмкин тип һанай «Тирмәстан» ойошмаһы йәштәре.
Ирәмәл тауына артылыу, Шүлгән мәмерйәһенә сәйәхәт, Асылыкүл буйында һыу инеү... «Тирмәстан»  төркөмө йәштәре барыһына ла өлгөрә. Дүрт йыл элек ойошторолған төркөмдә утыҙҙан ашыу кеше.
Сәйәхәт барышында төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға ла осрайһың, әлбиттә. Шулай ҙа эҫе селләлә, ҡаты һыуыҡтарҙа бергә һәм берҙәм булғанда бер ҡурҡынысы ла юҡ, ти «Тирмәнстан» йәштәре. Палаткаларҙа бер нисә көн йәшәү,  Башҡортостан йылға-күлдәрендә һыу ҡойоноу, усаҡ тирәләй йырлашып ултырыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра.
Тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙән тыш, төркөм ҡыҙҙары милли кейемдәр менән дә ҡыҙыҡһына. Уларҙың бороңғо  биҙәлешен һаҡлап,  замансалаштырып тегеү ҡыҙҙарҙың тағы бер шөғөлө.
Иң мөһиме, йәштәр тәбиғәткә сығып ял итеүҙән, сәйәхәттән тыш үҙҙәрен бар яҡлап камиллаштырырға ла ваҡыт таба. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынып, үткәндәрҙе хәҙерге менән бәйләп, киләсәкте хәстәрләп йәшәгән йәштәр алдарына юғары маҡсаттар ҡуйған.
Тыуған көндәр, төрлө байрамдар ҙа күңелле үтә, сәләмәт тормош алып барған егеттәр-ҡыҙҙар тормоштан йәм табып йәшәй белә.  «Тирмәстан»дың дәртле йәштәре тиҙҙән Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһы буйлап һалда йөҙөргә йыйыналар.
Әлфидә Ҡансурина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика