Сабып барған атты туҡтатыр, тиҙәр халыҡта булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында 29.11.2016

Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылында йәшәүсе Дилбәр Кәримоваға ла тормош иптәше вафат булғас, биш балаһы менән яңғыҙы тороп ҡалырға тура килә. Әммә ҡатын тормош һынауын ғорур үтә, тырышып донъя көтә.

Дилбәр Кәримова улдарының эшкә өйрәнеп үҫеүҙәрен теләй. Егеттәр ҙә һынатмай, ҡушылған һәр йомошто еренә еткереп үтәргә тырыша. Биш йыл элек улар атайһыҙ тороп ҡала. Ғаилә башлығынең фажиғәле ғүмере өҙөлә. Ул ваҡытта көтөп алынған ҡыҙҙары Руфинаға ни бары бер йәш була.
Кәртә тултырып ҡош-ҡорт үрсетәләр. Был йортта берәү ҙә әҙерҙе көтөп, ҡул ҡаушарып ултырмай. Әсә балаларын бәләкәйҙән эшкә сыныҡтырып үҫтереү яҡлы. Киләсәккә ҡуйған маҡсаттары ла тик ғәзиз йәндәре менән генә бәйле. Иң өлкән улы өсөн дә әле яуаплы осор, әле ул 25 йәш. Кинйәләре 1-се һәм 2-се синыф уҡыусылары ғына.
Дилбәр Нух ҡыҙы водитель таныҡлығы алып, рулгә лә ултыра. Балалар тәрбиәләүҙән тыш, ауылдың мәҙәни тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Яңыраҡ һәр яҡлап та өлгөр әсә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайланған. Иң мөһиме, барыһына ла үрнәк булырҙай тормош көтөргә тырыша көслө ихтыярлы, шул уҡ ваҡытта эскерһеҙ, нәзәкәтле гүзәл зат.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика