Сағыуыраҡ бул!

Сағыуыраҡ бул! 06.05.2015

Баш ҡалала ошо исем аҫтында бөтә донъя юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы сиктәрендә  акция үтте. Төрлө мәктәптәрҙә белем алыусы балалар  Ленин майҙанында флеш-моб ойошторҙо.

Акцияла ҡатнашыусы балалар үҙ тиҫтерҙәрен юлда һағыраҡ булырға һәм  фликерҙар тағып йөрөрөгә саҡыра. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тап каникул осоронда балалар ҡатнашлығындағы авариялар  арта. Йәйәүлеләр яҡтылыҡты  сағылдырыусы таҫмалар тегелгән әйберҙәр кейеп йөрөһә, күңелһеҙ статистика кәмерәк булыр ине, ти юл инспекторҙары.
Илнур Садиҡов, Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлеге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: «Оҙаҡламай балаларҙың йәйге ялы башлана. Ә юлдарҙа каникулдар булмай. Ҡыҙғаныс, әммә тап ошо ваҡытта балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары арта. Беҙҙең маҡсат ошо статистиканың артыуына юл ҡуймау. Тәү сиратта балалар үҙҙәре иғтибарлы булырға тейеш. Сағыу йәшәргә теләйһең икән, юлда ла сағыу булырға кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика