Сағыштырмаса йәш байрамды халҡыбыҙ киң билдәләй

Сағыштырмаса йәш байрамды халҡыбыҙ киң билдәләй 11.06.2015

Шулай ҙа Рәсәйҙә дәүләт байрамдарына рәсми ҡараш һаҡлана. Яңы йыл, милли байрамдарҙан айырмалы улар күләме менән алдыра алмай. Һуңғы арала был күренеш ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Халыҡ дәүләт байрамдарында ҡатнаша башланы. Флагтар, транспоранттар тотоп урамдарға сыға. Был ыңғай күренеш, әммә дәүләт символикаһын ҡулланғанда уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен дә иҫтә  тотоу  шарт.  

Беҙҙең илдә байрамдарҙа дәүләт символикаһы  халыҡ тарафынан киң ҡулланылмай. Ҡайһы бер илдәрҙә мәҫәлән ябай байрамдарҙа ла һәр йорттарға флагтар һәм башҡа символика эленә. Был тәү сиратта халыҡтың байрамға ҡарата мөнәсәбәтенән һәм дәүләт билдәләрен ҡулланыуға ҡарата ҡағиҙәләрҙән тора.
Мәҫәлән, көнбайыш илдәрендә дәүләт флагы эске кейем биҙәлешендә лә  ҡулланылһа, көнсығыш азияла был йәһәттән закон үтә ҡаты. Рәсәйҙә  лә дәүләт символикаһын файҙаланыу тәртибе конституцияла  яҙылған. Уны боҙоу ҡәтғи тыйыла.
Виктор Пчелинцев, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Флаг мәҫәлән дәүләт органдары биналарында һәр ваҡыт эленеп торорға тейеш. Башҡа ойошмалар байрам ваҡытында ғына элә ала. Ябай халыҡҡа килгәндә  байрам ваҡытында әләмде нисектер ҡулланалар икән илһөйәрлектән башҡа бер нисек тә аңлатыу мөмкин түгел. Ә инде дәүләт символикаһын вәхшиҙәрсә файҙаланыу,мыҫҡыл итеү осраҡтары булһа законға ярашлы штрафтан алып иректән мәхрүм итеүгә тиклем яза ҡаралған».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку