Саҡырылмаған ҡунаҡ

Саҡырылмаған ҡунаҡ 19.03.2017

Бөрйәндә бүреләр ҡотора. Шәхси ҡураларға, фермер хужалыҡтарына һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы, ти район халҡы. Кесе йома урман санитарҙары дүрт ерҙә профилактика эштәре башҡарып киткән. Иң ҙур зыянды «Ҡаһарманов» хужалығы күргән. Бында йыртҡыстар ун өс баш һарыҡты тамаҡлаған. Ә һунарсылар яуап итеп бер ни ҙә эшләй алмай. Бүре атыу миҙгеле ябыҡ. Ә улары ялан яҡтарындағы һунарсыларҙан ҡасып таулы райондарҙа үрсей. Урманда бит бүрегә ҡасып ҡотолоу еңелерәк.

Шуныһы ҡыҙыҡ. Ҡырағай йыртҡыстар йорттағы ҡош-ҡортҡа һөжүм итһә яр һалабыҙ, ә үҙебеҙ януар-кейектәр донъяһына ҡулыбыҙҙы һонһаҡ ләм-мим. Бәлки, был һөжүмдәр, беҙҙең  урманға яһаған барымталарға яуап итеп, ҡарымта рәүешендә башҡарылалыр? Тәбиғәт әмере буйынса. Сөнки браконьерлыҡ урман хакимлығына тәрән үтеп инде. Һунарҙа нәфсеһен, ҡомһоҙлоғон, ҡомарын  тыя алмай тиҫтәнән ашыу ҡоралай аулаусыларҙы, өс-дүрт мышы йығып алып ҡайта ла алмай урманда ҡалдырыу осраҡтарын да беләм. Аслыҡ заманында ла былай ҡыланмағандарҙыр, моғайын. Үткән аҙнала Ғафури районының Юлыҡ ауылында теркәлгән хәл дә аптырашта ҡалдырҙы. Ауыл халҡы һүҙҙәре буйынса, йәрәхәтләнгән ике мышы яҡлау эҙләгән кеүек урамға уҡ килеп инә. Ләкин бында ла ышыҡ таба алмай януарҙар. Нимә булған һуң Юлыҡта һәм хоҡуҡ боҙоусыларҙы нимә көтә?
Социаль селтәрҙәргә һалынған был видеояҙма интернет ҡулланыусыларҙа ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. «Беҙгә ҡунаҡ килде» тип аталған роликтан күренеүенсә, ике мышы ауыл эсендә кешеләрҙән яҡлау эҙләй. Кеҫә телефонына төшөрөп тороусы ҡыҙ кадр артында хайуандарҙың береһе яраланыуы тураһында ла әйтә. Әммә был йәрәхәтте улар ҡайҙа һәм кем тарафынан алыуы тураһында хәбәр ителмәй. Шулай ҙа ауыл халҡы фекеренсә, мышыларға браконьерҙар, бик тә булмаһа һунарсылар һөжүм иткән. Сөнки иғтибар менән күҙ һалғанда, «саҡырылмаған ҡунаҡ» мылтыҡтан зыян күргән тигән һығымта яһарға мөмкин.  
Кадр артында мылтыҡҡа оҡшаған тауыш буйынса ла бәхәстәр тынмай. Сөнки ҡайһы берәүҙәр мышыларҙы ауыл эсендә атҡандар тип бара. Видеояҙма социаль селтәрҙә, һуңынан беҙҙең каналда эфирға сыҡҡандан һуң Юлыҡҡа экологтар һәм полиция хеҙмәткәре килә. Улар ҡорал тауышының ҡайҙан сығыуын һәм иң мөһиме кем  атҡанлығын тикшерә. Әммә закон һағында тороусыларға оҙаҡ баш ватырға тура килмәй. Сөнки республика йәшәүселәрҙе ябай ауыл ҡапҡаһының хафаға һалған булыуы асыҡлана.  
Кейек аулауға сығыусылар үҙҙәре менән һунарсы билеты, ҡоралды, йәнлекте атыуға рөхсәт ҡағыҙы һәм лицензия алып йөрөргә тейеш. Әммә күпселек осраҡта был талаптар инҡар ителә. Ошо сәбәп менән быйыл ғинуарҙа Йылайыр районында 33 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Эре себер боланын атҡан браконьер «Законһыҙ һунар итеү» статьяһы буйынса яуаплыллыҡҡа тарттырылған. Бындай осраҡтар республикала йыл дауамында даими теркәлеп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хайуандар ике аяҡлыларҙан ғына зыян күрмәй шул.  
Республикала асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар һунарға рөхсәт булмау, ҡоралды файҙаланыу һәм алып йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға ҡайтып ҡала. Хайуандарҙы аулауҙа браконьерҙар күп осраҡта үҙҙәренең транспорт сараларын файҙалана. Статистикаға килгәндә, былтыр Башҡортостан биләмәләрендә браконьерҙарға ҡаршы биш меңгә яҡын рейд уҙғарылған. Эш һөҙөмтәләре буйынса 613 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Барлығы 426 һунар ҡоралы тартып алынған һәм Законһыҙ һунар итеү статьяһы буйынса 85 енәйәт эше ҡуҙғалтылған. Әлбиттә, былары - асыҡланған осраҡтар ғына.
Республикала юғала барған януар-кейектәр «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Был баҫманың ҡалынайыуына юл ҡуйҙыртмау һәр беребеҙҙең изге бурысы. Шуға ла браконьерҙар баш ҡалҡытҡан ваҡытта башҡаларға шымып ҡалырға ярамай. Юғиһә, ҡырағай хайуандар донъяһына төҙәлмәҫлек зыян килеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика