Сәйетбаба ауылы халҡы мәғрифәтсе Мөхәмәтша Латиповтың 125 йыллығын үткәрҙе

Сәйетбаба ауылы халҡы мәғрифәтсе Мөхәмәтша Латиповтың 125 йыллығын үткәрҙе 25.11.2014

Йыйынға уның улы, яҡындары, дин әһелдәре һәм ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр килде.

Сәйетбаба имамдар төйәге.  Ауылға тап төбәктә ерләнгән әүлиәләр  бәрәкәт бирә, ти урындағылар. Әбйәлил ишан, Шәмсетдин хажи, Хатип хәҙрәт һәм башҡа руханиҙар араһында ауылдың иң һуңғы указлы муллаһы һәм мөғәллиме Мөхәмәтша  Латипов айырым урын алып тора.  Ул Үтәк мәҙрәсәһендә белем алған. Фарсы, ғәрәп, иҫке төрки телдәрен  үҙләштергән. Уның  ете тел белеүе билдәле.
Мөхәмәтша Ҡаһарман улы мөғәллим-муллалар әҙерләү программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында курстар тамамлаған. 1911 йылда, указ алғас, Сәйетбаба ауылының яңы мәхәлләһенә имам-хатип һәм мәсет янындағы мәҙрәсәгә мөғәллим итеп тәғәйенләнә. Әйткәндәй, Сәйетбабала ул ваҡытта биш мәхәллә  эшләгән.
Мөхәмәтша Ҡаһарман улы  мәсет янындағы мәҙрәсәне мәктәпкә әйләндереп ебәрә. Төрлө ҡалаларҙан,  Мәскәүҙән дә  уҡыу әсбаптары алдыра.  Үҙе  тарихтан, географиянан, арифметиканан уҡыта.
Мөхәмәтша Латипов Сәйетбаба ауылында  беренсе булып уҡыусыларҙы синыфтарға бүлеп, парталар артына ултыртып, яңыса уҡыта башлай.
Латиповтар  нәҫеленән сыҡҡан   табиптар, инженерҙар, муллалар һәм башҡа абруйлы һөнәр эйәләре илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәй. Ун бер балаһынан әле  бер улы ғына  иҫән. Таһир Мөхәмәтша улы  ярты быуаттан ашыу ғүмерен кешеләр сәләмәтлеген һаҡлауға  арнаған, әле лә һөнәренән айырылмай.
«Ауылыма ҡайтһын бәрәкәт» тип аталды сираттағы йыйын. Ата -бабаларының изге рухын хөрмәтләп йәшәүе менән  тарих менән киләсәк араһында күпер һала сәйетбабалар.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку